Ирекмәндәр эше алмаштырғыһыҙ, беренсенән, уның нигеҙе ышаныслы - изгелек, мәрхәмәтлеккә ҡоролған. Икенсенән, юғары һаҡланыу тәртибе осоронда уларҙың ярҙамына ихтыяж ҙур.
Мәләүез ҡалаһында ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау республика үҙәге филиалының Ирекмәндәр штабында 18-ҙән 65-кә тиклемге йәштәге 111 ирекмән эшләй. Шулай уҡ райондың ойошмалары һәм йәмғиәттәре лә ҡушылды. Штаб битлек, бирсәткә, антисептик, һауа таҙартыу ҡорамалы, контактһыҙ термометр - бөтә кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылды, шулай уҡ көндәлек журнал алып барыла. Сәләмәт йәшәү рәүеше акцияларында, сәйәси, социаль сараларҙа ла уларҙың ярҙамы ҙур. Социаль приюттарҙа йәшәгән ололар һәм балаларға булышлыҡ итәләр.