2005 йылды ҡаршылайбыҙ. Ул ваҡытта Яңы-Казанковка ауылында йәшәй инек. Үҙ йортобоҙ, хужалығыбыҙ. Ҙур улым Ерлан яңы йылда беренсе класҡа уҡырға барҙы, кескәйе Арыҫланға 4 кенә йәш. Икеһенә лә үҙем костюм тектем. Балаларҙы шатландырырға күп кәрәкме инде. Һәр ваҡыттағыса күмәкләп шыршы биҙәнек, өҫтәл йыйҙыҡ. Йылды ғаиләбеҙ менән ҡаршыланыҡ. Күрше-күләндәр ҙә инеп ҡотланы, улар менән дуҫ, татыу булдыҡ.
Ғүмер үтә. Хәҙер улдарым үҫте инде. Конкурсҡа фото эҙләгән арала төрлө хәтирәләргә сумып ултырҙым. Йылдар имен килһен.
Нурия БЕРЛИШЕВА.