Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
21 Декабрь 2020, 17:47

Яңы йыл мөғжизәһе

Беҙ апайымдар менән татыу йәшәйбеҙ, барыбыҙ ҙа йыр-моңға, ижадҡа ғашиҡ, һәм байрамдарҙы уйын-көлкө менән бергәләшеп күңелле билдәләйбеҙ. Айырыуса Яңы йылды бала саҡтағы кеүек мөғжизә көтөп ашҡынып ҡаршы алабыҙ.

Бына тағы Яңы йыл ишек ҡаға. Ғәҙәти булмаған бүләк менән туғандарҙы шатландырыу теләге менән элекке карточкаларҙы барлайым. Гөлнур апайымдың ейәндәре менән ете йыл элек төшкән фотоһын күреп хайран ҡалдым: бына ҡайҙа ул мөғжизә! Әле генә бәләкәй инеләр, ни арала һоҡланғыс булып үҫеп киткәндәр. Иң олоһо инде 9-сы класты тамамлай, итәгендә ултырған сабый ҙа мәктәптә уҡый.
"Йылдар имен генә килһен инде, балаларҙы аяҡҡа баҫтыраһы бар. Ейән-ейәнсәрҙәрем ҡанаттарын нығытып, осоп сығып киткәс, бәлки, үҙ өйөмдә үҙ көйөмдө көйләп кенә ятырмын әле", - ти апайым.
Фотола 2013 йылды ҡаршылайбыҙ.
Хәлиҙә Шәйәхмәтова.
Читайте нас: