ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 16:43

ИҪЕРТКЕС ЭСЕМЛЕКТӘР ҺАТЫУ СИКЛӘНӘ

Республикала яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәр һатыу сикләнә.

Законға ярашлы, Башҡортостанда 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу тыйылған. 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа уны һатыу ваҡыты көндөҙгө сәғәт 2-нән иртәнге 10-ға тиклем сикләнгән.
Ошо өс көндә республика биләмәһендә иҫерткес эсемлектәр менән тәүлегенә дүрт сәғәт – иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә хәтлем генә сауҙа итергә мөмкин.
Законда ҡаралған сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь һатыуға ҡағылмай – был көндәрҙә кафе-ресторандарҙа хәмер һатырға мөмкин.
Яңы йыл каникулдарында алкоголь менән сауҙа итеүҙе сикләүҙән тыш, Башҡортостанда Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ойошторолған көндәрҙә «ҡоро закон» ғәмәлдә ҡала.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: