«Ҡала мөхите» милли проекты буйынса киләсәктә Мәләүез йылғаһы яры төҙөкләндерелеүе, ҡаланың тышҡы йөҙөнә үҙгәрештәр индерелеүе хаҡында гәзиттең алдағы һандарында яҙып үткәйнек инде. Яр буйында ял итеү урындары булдырылып, йәйәүлеләр өсөн махсус юлдар һалына, заманса яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыла. Төҙөлөш эштәре ҡыш миҙгелендә лә туҡтап тормай, дауам итә.
Мәләүезде тағы ла күркәмерәк итеп күрергә теләгәндәр үҙ фекерҙәрен еткереп кенә ҡалмай, үҙенсәлекле тәҡдимдәре менән район етәкселегенә мөрәжәғәт итә.
Урындағы хакимиәттә уҙған сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә эшҡыуар Сергей Глухов бөртөклө аҙыҡ биреүсе аппараттарға ҡағылышлы проектын тәҡдим итте. Ул нимәһе менән иғтибарҙы йәлеп итә? Йүнселде был проектын уйлап табырға ҡала халҡы яратып өлгөргән өйрәктәр этәргес бирә. Кешеләр, йылға буйынан үтеп барышлай, ҡоштарға ниндәй ҙә булһа аҙыҡ биреп китергә ғәҙәтләнгән. Күптәр уларға икмәк ашата, ә өйрәктәргә ондан бешерелгән ризыҡ бөтөнләй кәңәш ителмәй. Ауыр эшкәртелгән аҙыҡ ашҡаҙандарына йәбешеп, күп осраҡта ҡоштарҙың һәләк булыуына килтерә. Уларҙы бары тик махсус ризыҡ, иген, йәшелсә-емеш менән генә һыйларға мөмкин.
Урындағы йүнсел беҙҙең ҡаланы үҙ иткән ҡоштарҙы зыян килеүҙән һаҡлап ҡалыу маҡсатында төҙөкләндереләсәк яр буйы биләмәһендә бөртөклө аҙыҡ биргән аппарат урынлаштырмаҡсы. Ул теләгән һәр кемгә өйрәктәрҙе ашатыу мөмкинлеге бирә. Әлегә ҡоролманың ҡайҙа урынлаштырыласағы билдәһеҙ, әммә яҡын арала ул хәл ителәсәк. Үҫеп килгән быуында тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, мәрхәмәтлек тәрбиәләү маҡсатын да үҙ эсенә алған проект яҙ башында ғәмәлгә ашыр, тип көтөлә.