Корнеевка ауылы күп функциялы клубының Зөлфиә Ғарипова етәкселегендәге ижади коллективы лауреат исеменә лайыҡ булды.
Салауат ҡалаһында үткән “Ҡурсаҡтарҙың ғәжәйеп донъяһы” I асыҡ ҡала конкурсына улар Шарль Перроның “Ҡыҙыл башлыҡ” әкиәте буйынса тамаша тәҡдим итте. Юғары оҫталыҡ һәм әҙерлек күрһәтеп, “Әҙәби-музыкаль композиция” номинацияһында I дәрәжә диплом яуланылар. Бынан тыш, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған таҡмаҡтарҙы үҙенсәлекле башҡарғаны өсөн диплом менән бүләкләнде.
Корнеевка ауылы клубындағы был ижади коллектив – районда берҙән-бер марионеткалар театры. Ул 2012 йылда барлыҡҡа килде. Уның беренсе ҡурсаҡтары ҡатырғанан булһа, һуңғараҡ таяҡтан барлыҡҡа килде. Уларҙы Ишембайҙан Владимир Епифанов эшләне. Сығышы менән Покровка ауылынан булған оҫта яңы коллектив барлыҡҡа килеүен ишетеп, үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Салауат ҡалаһында тәҡдим ителгән конкурс эше лә уныҡы. Ҡурсаҡ театрында 6-нан 16 йәшкә тиклем 15 бала шөғөлләнә. Бөгөн уларҙың репертуарында егерменән ашыу спектакль бар.
Гөлгөнә САҠАЕВА, мәҙәни-ял үҙәге методисы.