Башҡортостан Башлығы матбуғат конференцияһында үҙ теләге менән коронавирустан вакцина эшләтеүе тураһында белдерҙе. Был – «Спутник V» вакцинаһы, унан һуң Радий Хәбиров үҙен һәйбәт хис итә. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн бер кем дә коронавирус менән ауырығандарҙың аныҡ һанын әйтә алмай, сирҙе йәшерен формала үткәргән кешеләр бик күп. Рәсми статистиканан был һан күберәк, әлбиттә, сөнки күптәр вирус йоҡторғанын да белмәне. «Мәҫәлән, улымда ла антиесемдәр бар. Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, үлем осраҡтарының артыуы өсөн ҡайғырабыҙ. Быға коронавирус йоғонто яһаны тигән һүҙ түгел. Хәлде төҙәтербеҙ», — тине республика етәксеһе. Уның һүҙҙәренсә, коронавирус менән көрәштә коллектив иммунитет һәм вакцинация бик мөһим. «Асылда, беҙгә ике миллиондан ашыу прививка яһарға кәрәк. 2021 йылда вакцина күпләп килтерелә башлай. Был – ҙур бурыс».