Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
9 Ғинуар 2021, 17:50

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн инвестициялар

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәте буйынса 2021 йылда инвестиция күләмен 110 процентҡа тиклем арттырыу күҙаллана.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәте буйынса 2021 йылда инвестиция күләмен 110 процентҡа тиклем арттырыу күҙаллана. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһының 32 төбәгендә генә инвестицияларҙың артыуы күҙәтелә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла төп капиталға инвестиция артҡан. Республикала кредит буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплау, капиталь төҙөлөш объекттарын инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһы менән тәьмин итеү, ойошмаларҙың табышына һалым буйынса инвестиция һалым ҡайтармаһы тураһында закон ҡабул итеү уңайлы инвестиция шарттары тыуҙыра. Был саралар төбәктә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға этәргес бирә.
Читайте нас: