ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 16:55

Төп шарт - халыҡ әүҙемлеге

Трактор һатып алыу ҡарары бер тауыштан ҡабул ителде.

Күптән түгел Йомаҡ ауылында Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы нигеҙендә быйылғы проектты раҫлау буйынса йыйылыш уҙғарылды. Һайлап алыу конкурсының бар этабын да уңышлы үткән осраҡта ул быйыл ғәмәлгә ашырыласаҡ. Ергән ауыл биләмәһенә хужалыҡ мохтажлығы өсөн трактор һатып алыу ҡарары бер тауыштан ҡабул ителде. Уның хаҡы яҡынса ике миллион һум тәшкил итә. Конкурсҡа ғариза, тейешле документ тапшырғандан һуң һайлап алыу турында проекттар ҡарала. Ул етерлек балл йыйһа, тормошҡа ашырыла, сөнки төп шарт – халыҡ әүҙемлеге.
Ергән ауыл биләмәһе хакимиәте.
Читайте нас: