Кешелек упҡын ситенә еткәс кенә уянып киткән кеүек тойола. Ә тәбиғәттә барыһы ла бәйле, ни сәсһәң - шуны ураһың. Иҫләйһегеҙҙер, ашлыҡты ашамаһын тип, турғайҙарҙы кәметеү тәжрибәһе ҡоротҡостарҙың үрсеүенә килтерә, ә иген баҫыуҙары ҡара ергә әйләнә. Кеше тәбиғәт балаһы булараҡ бер бөтөндөң бер өлөшө икәнлеген кесе йәштән аңлап үҫергә тейеш. Шул саҡта ғына әҙәм балаһы үҙе ултырған ботаҡҡа балта сабыуҙан туҡтар, йәғни үҙең йәшәгән ерҙе, һауаны бысратыу, тирә-яҡҡа зыян килтереү бөтөнлөктө емерә, бар бәйләнеште юҡҡа сығара. Бының эҙемтәләренең аянысы донъя, ил кимәлендә тәүәккәл аҙымдарға этәрә. Шундай һөҙөмтәле сараларҙың береһе "Экология" милли проекты күп мөмкинлектәргә юл асты. Уны тулы кимәлдә тормошҡа ашырыу, Ер-әсәбеҙҙең киләсәген һаҡлап ҡалыу өсөн лайыҡлы граждандар тәрбиәләү мотлаҡ. Ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә әйтелгән аҡыллы һүҙҙәр бер ҡолаҡтан инеп кире сығып китмәһен өсөн, бала күреп танырға, үҙе тотоп башҡарырға, тәрән хис-тойғо кисерергә тейеш. Шуға күрә Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы һанлы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Нәфисә Сәғитова дәрестә лә, күнекмәләрҙе нығытыуҙа ғәмәли эштәргә өҫтөнлөк бирә. "Ҡоштарҙы ашатайыҡ!" акцияһы - был йүнәлештә отошло сара. Нәфисә Зөфәр ҡыҙы уҡыусыларына ябай эштең тәрән мәғәнәһен еткерә белә.