ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 13:00

Мин прививка эшләттем, ә һеҙ?

Төрлө дәүер кешелеккә ниндәй ҙә булһа сир ебәреп, һынауын ҡуя. Уларҙың барыһын да тик прививка эшләтеп кенә еңгәндәре тарихтан билдәле. Шуға күрә үҙемде генә түгел, ғаиләмде, туғандарымды, коллективымды коронавирустан һаҡлау өсөн үҙ теләгем менән вакцина һалдырҙым.

Рәсәй төбәктәрендә ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса коронавирустан вакцина эшләтә башланылар. Мәғлүм булыуынса, прививка кампанияһы декабрь башында уҡ старт алғайны. Тәүҙә уны медицина, педагогия, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре генә һалдырҙы. Башҡа илдәрҙә лә был мәсьәлә бөгөн иң көнүҙәктәрҙән иҫәпләнә. Әммә вакцина яһатыу һәм уның эҙемтәһенә ҡарата төрлө кеше төрлөсә фекер йөрөтә. Ә бына Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы директоры Ләлә Рафиҡова прививка кампанияһын көтөп алған.
-Тажзәхмәтте вакцина һалдырыу һәм һаҡланыу сараларын күҙәткән осраҡта ғына еңергә була. Төрлө дәүер кешелеккә ниндәй ҙә булһа сир ебәреп, һынауын ҡуя. Уларҙың барыһын да тик прививка эшләтеп кенә еңгәндәре тарихтан билдәле. Шуға күрә үҙемде генә түгел, ғаиләмде, туғандарымды, коллективымды коронавирустан һаҡлау өсөн үҙ теләгем менән вакцина һалдырҙым. Иң башта антиесемгә анализ алдылар. Һөҙөмтәләр килгәс, анкета тултырҙым, әңгәмә үткәрҙеләр. Барыһы ла юғары квалификациялы белгестәр күҙәтеүендә башҡарылды. Өс көн тирәһе укол урыны ауыртып торҙо, әммә температура булманы. Ошо көндәрҙә препараттың икенсе өлөшөн һалдырырға ваҡыт етә. Уны ла бик яҡшы үткәрермен тип уйлайым, - ти Ләлә Хәниф ҡыҙы.
Читайте нас: