Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 18:13

Һаман һыҙлай әле ул яра...

Яҡташыбыҙ Дим ХӨСӘЙЕНОВ хәрби хеҙмәт юлын Афғанда үткәненә үкенмәй.

Афған һуғышы... Рәсәй халҡы бөгөн дә ул аяныслы осорҙо хәтерендә һаҡлай. 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем барған ҡан ҡойошта ҡатнашҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ араһында Дим ХӨСӘЙЕНОВ та бар.
Ул армияға 1983 йылдың 30 сентябрендә алына. Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында хәрби әҙерлек үткәс, уларҙы Афғанстандың Кабул ҡалаһына, һуңынан Чарикарға оҙаталар. Ыуыҙ ғына көйө, ҡулынан ҡорал тотоп, һуғыш упҡынына ташланған үҫмерҙең ул саҡтағы кисерештәрен үҙенән башҡа берәү ҙә белмәйҙер.
Дим Миңнулла улы башта инженер-сапер полкында водитель, теүәл бер йылдан махсус батальонға минасы итеп күсерелә. Уларҙың батальоны ҡулланыуға сығарылған яңы ҡоралдарҙы һынау өсөн яуаплы була.
- Хәрби әҙерлек үткән саҡта уҡ Афғанстанға ебәреләсәгебеҙҙе белә инек. Шулай булһа ла, ундағы тетрәнгес хәлдәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күргәс кенә аңланыҡ. Хеҙмәт итеү урыны Чарикарҙа булһа ла, беҙҙе төрлө ергә ебәрә торғайнылар, ҡалаға ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ҡайтып китә инек, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы әңгәмәсем.
Йоҡоһоҙ төндәр, ҡара төтөн, дары еҫе, ҡом бураны һәм аҙым һайын һағалаған үлем ҡурҡынысы... Быларҙың барыһын да күптәребеҙ киноларҙан ғына күреп белһә, Дим Миңнулла улының хәтеренә мәңге онотолмаҫлыҡ хәтирә булып уйыла ундағы күренештәр. Аяуһыҙ һуғышта яраланырға ла, бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен юғалтырға ла тура килә уға.
- Башҡортостандан егеттәр күп булды, роталағы 60 кешенең 42-һе беҙҙең яҡташ ине. Һуғыш беҙҙе үҙ-ара яҡынайтты, бер ғаиләгә тупланы. Иң ныҡлы һәм ышаныслы ир-ат дуҫлығы ла тап шунда барлыҡҡа килде, - тип хәтирәләрен барлай ул.
Илдең төрлө мөйөшөнән йыйылған, утты-һыуҙы бергә кискән хәрби дуҫтар бөгөн дә бер-береһен ташламай, аралашып йәшәй.
- Дошманға ҡаршы ут асҡан саҡта ҡамауға эләктек. Күҙгә төртһәң, бер ни күренмәҫ ҡараңғы төндә яҡташымды тауышынан танып ҡалдым. Ярҙамға үҙебеҙҙең егеттәр килде. Тап улар ҡотҡарҙы ла инде беҙҙе, - нисә йылдар үтһә лә, был хаҡта әле лә тыныс ҡына һөйләй алмай яугир. - Ул егет армияға бергә саҡырылған Күгәрсен районы егете Рауил Ҡараҙбаев ине.
Көндәрен һанап, мәғәнәһеҙ һуғыштың бөтөүен, тыуған яҡтарына ҡайтыуҙы көткән яҡташыбыҙҙы тағы ярты йылға ҡалдыралар.
Армиянан ҡайтҡас, тормошҡа яраҡлашып йәшәп киткәндәр ҙә, үҙ урынын таба алмай, ғүмерҙәрен аяныслы тамамлағандар ҙа була Дим Миңнулла улының иптәштәре араһында. Ул үҙе яҙмышын беҙҙең ҡала менән бәйләй, ғаилә ҡора, төрлө ойошмаларҙа эшләй.
Утлы йылдар күңелендә ғүмер буйы һулҡылдап торған яра ҡалдырһа ла, яҡташыбыҙ хәрби хеҙмәт юлын Афғанда үткәненә үкенмәй. Үҙ өлөшөнә төшкән һуғышты тормош һынауы тип ҡабул итә һәм, уны лайыҡлы үтеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алыуына шөкөр ҡылып йәшәй.
Читайте нас: