Көн тәртибендәге Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек, Башҡорт тарихы йылында үткәреләсәк саралар тураһында мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе. Юлдаш Йосопов Башҡорт ырыуҙары йыйындарын үткәреү буйынса телмәр тотто. Фекер алышыуҙа Рәсәй субъекттары һәм республика район-ҡалалары башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ.