Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
21 Ғинуар 2021, 11:45

Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына - 195 йыл

Билдәле шағир, мәғрифәтсе, ғалим Ғәли Соҡоройҙың 195 йыллығы айҡанлы республикала төрлө саралар ойошторола. Уның сиктәрендә район-ҡала мәктәптәрендә Берҙәм дәрес үтте.

Билдәле шағир, мәғрифәтсе, ғалим Ғәли Соҡоройҙың 195 йыллығы айҡанлы республикала төрлө саралар ойошторола. Уның сиктәрендә район-ҡала мәктәптәрендә Берҙәм дәрес үтте.
Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исемендәге Үрге Юлдаш ауылы мәктәбендә класс сәғәттәре уҙҙы. 6-7-се кластар презентация ҡараны. Белем биреү ойошмаһы директоры Сәриә Ишһарина билдәләүенсә, унда йәш быуын күренекле мәғрифәтсенең тормошо һәм ижады, “Йәшлек” гәзитендә баҫылған мәғлүмәт менән танышты. Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков 1826 йылда Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте олоҫо Иҫке Соҡор ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Соҡорой псевдонимын шағир тыуған ауылы исеменән алған.
Ул 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай, тәүге әҫәрҙәре тип Танып мәҙрәсәһе хәлфәһенә мәҙхиәһе һәм әсәһе вафатынан һуң яҙылған мәрҫиәһе иҫәпләнә. Артабан төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә 100-гә яҡын әҫәр ижад итә. Ғәли Соҡорой шулай уҡ үҙ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына, ҡара табын башҡорттары шәжәрәһенең бер нисә вариантын яҙып ҡалдыра. 1860 йылда «Тәжүид» («Ҡөръәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре») исемле тәүге китабы баҫылып сыға.
Мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова билдәләүенсә, белем биреү учреждениелары Берҙәм дәрес көнөнә яуаплы ҡараны. Был көндә район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары шулай уҡ республика Милли архивында шағирҙың 195 йыллығына арналған онлайн түңәрәк өҫтәл үтеүен, унда ғалимдар, уҡытыусылар, Тәтешле районының крайҙы өйрәнеүселәре ҡатнашыуын белде.
Читайте нас: