Бөгөн 25 ғинуар (һыуығай), ғинуарҙың һуңғы дүшәмбе көнө. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 12-се көнө. Ҡояш 9 сәғәт 19 минутта ҡалҡты, 17 сәғәт 37 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 08 сәғәт 18 минут.
✅Феликс Мендельсондың «Туй маршы» беренсе тапҡыр башҡарыла (1858)
✅Көньяҡ Африка Республикаһында 3106 каратлы иң ҙур «Куллинан» алмасы табыла (1905)
✅Францияның Шамони ҡалаһында I Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана (1924)
✅Башҡортостан Республикаһы Европа төбәктәре ассамблеяһы ағзаһы итеп ҡабул ителә (1996)
????Тыуған көндәр. Актёр, шағир, йырҙар яҙыусы һәм башҡарыусы Владимир Высоцкий, (1938 -25.07.1980), әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, «Тамыр» өләсәйе" Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы (1938), йырсы Зәки Мәхмүтов (1934—17.02.2008), театр һәм кино актёры Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (1957 – 14.10.2020), театр актёры, педагог Рәхимова Физәлиә Әнүәр ҡыҙы (1970), журналист, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков (1971), ҡурайсы Рушан Биктимеров һ.б.
????Студенттар (Татьяна) көнө????????????????????
????Мәскәү дәүләт университетының тыуған көнө ????
????Рәсәй хәрби-Диңгеҙ флоты штурманы көнө ⚓????
????Бәхетле ҡар бабайҙары көнө ????⛄❄
????Наҙанлыҡ менән көрәш көнө ✍????
604 800 секундтан һәм 1000 мәшәҡәттән торған ғинуарҙың һуңғы тулы аҙнаһы көтә. Ул тик шатлыҡлы һәм ҡыуаныслы мәшәҡәттәр, хәйерле бәрәкәттәр, һөйөнөслө яңылыҡтар менән мөлдөрәмә тулы булһын!????????????????