ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 18:50

Кәңәшмәлә мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Уңайлы шарттар өсөн түләргә кәрәклекте һәр кем белә белеүен, әммә хаҡтың әленән-әле үҙгәреп тороуы ғына халыҡтың бәкәленә һуға.

Йорттағы йылылыҡ, ут, һыу, зәңгәр яғыулыҡ өсөн беҙ ай һайын билдәле хаҡ түләргә бурыслы. Уларҙан башҡа капиталь ремонт һәм сүп-сар өсөн түләүҙәрҙе иҫәпкә алһаң, кеҫәнән ярайһы ҙур сумма сығып китеүе берәүгә лә сер түгел. Уңайлы шарттар өсөн түләргә кәрәклекте һәр кем белә белеүен, әммә хаҡтың әленән-әле үҙгәреп тороуы ғына халыҡтың бәкәленә һуға.
Уҙған йылдың декабрь айына квитанцияларҙа йылылыҡ өсөн хаҡтың ни сәбәпле артыуы хаҡында гәзиттең уҙған һандарында яҙып киткәйнек инде. Ул хәлгә бәйле шау-шыу тынып та өлгөрмәне, 1 февралдән ҡаты сүп-сар ҡалдыҡтары өсөн хаҡтың күтәрелеүенә бәйле яңыһы өҫтәлде.
Ҡала мәҙәниәт һарайында ошо һәм башҡа мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү, халыҡты борсоған һорауҙар буйынса кәңәшмә үтте. Унда район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уның төҙөлөш, инфраструктура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Василий Егоров, ҡала хакимиәте башлығы Азамат Хәсәнов, «Эко-Сити» компанияһының генераль директоры Иван Федоров һәм башҡа етәкселәр ҡатнашты. Рөстәм Наил улы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы уҙған йылда башҡарылған эштәр менән таныштырып үтте, һөҙөмтәләрҙе барланы.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш, инфраструктура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Василий Егоров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында хәл итәһе мәсьәләләргә, район һәм ҡалала башҡарылған эштәргә туҡталды, йылытыу миҙгеленә әҙерлек тураһында һүҙ алып барҙы.
«Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәте директоры Геннадий Ярославцев үҙ сығышында уҙған йылдың декабрь айына йылылыҡҡа хаҡ артыу сәбәптәренә аңлатма бирҙе.
Район һәм ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Василий Волков күп ҡатлы йорттарҙа сарыф ителгән йылылыҡ күрһәткестәре менән таныштырып үтте.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡандар етәкселәрҙән йылылыҡ өсөн артыҡ хаҡ түләүгә бәйле һорауҙарына яуаптар алды.
«Эко-Сити» компанияһының генераль директоры Иван Федоров ҡаты сүп-сар ҡалдыҡтарын йыйыуға бәйле хәл менән таныштырҙы. Беҙҙең районда был йүнәлештә әүҙем эш алып барыла, урындағы етәкселек законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә ҙур иғтибар бүлә. Ҡалала ғына түгел, бөгөн ауылдарҙа ла сүп-сар йыйыу майҙансыҡтары булдырылып, контейнерҙар урынлаштырылған.
Кәңәшмәлә Өфөлә уҙасаҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы форумына вәкилдәр һайланды. Беҙҙең райондан унда бөтәһе өс кеше ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: