Шуны күҙ уңында тотоп, ҡарҙан тау өйөп ҡуйҙыҡ. Уны төҙөгәндә кескәйҙәр ыңғай кисерештәргә солғанды. Уларҙың бер-береһенә ярҙам итеп, кәңәшләшеп эшләүе ҡыуандырҙы. Икенсе йылға ла мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ, тигән ҡарарға килделәр. Тау өйөү өсөн ҡарҙан башҡа, теләк, көрәк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк булыуын быйыл аңланы бит улар. Үҙ ихатаңда ошондай тау булыуы хәүефһеҙ ҙә, тыныс та. Күпме теләйһең, шулай өйөргә була.