Конгэк
-12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 16:10

Февраль айы ишек шаҡый

Февраль айы ишек шаҡый. ❄Башҡорт календарында ❄февраль – шаҡай айы. «Их, ғинуар булһам, ❄һыйыр мөгөҙөн❄ һындырыр инем» ❄- тигән ти, ❄был ай. Бер❄ йылытып,❄ бер һыуытып торғандан, бөтә❄ нәмәне шаҡырайтып❄ туңдырғандан халыҡ ❄уны элек ❄ш а ҡ а й ❄тип атаған. Февралдә ❄һыйырҙар быҙаулай,❄ һарыҡтар ❄бәрәсләй башлай. ❄Тауыҡтар йомортҡа һалырға ❄керешә. Ағастарҙа❄ бөрөләр ❄бүртә. Урман – ҡырҙарҙа төлкө,❄ бүреләрҙең туйҙары башлана, ❄улар был мәлдә ❄ныҡ уҫаллана. Аҡландарҙа ❄ҡуяндар уйнай. Ай аҙағында ❄тәбиғәттә мөғжизәле күренеш – һуйыр уйнауы башлана.❄ Мышылар мөгөҙҙәрен һала.❄ Шаҡылдап ❄торған шаҡай ҡыҫҡа ❄ғына булһа ла - байрамдарға ла бик бай!

Февраль айы ишек шаҡый. ❄Башҡорт календарында ❄февраль – шаҡай айы. «Их, ғинуар булһам, ❄һыйыр мөгөҙөн❄ һындырыр инем» ❄- тигән ти, ❄был ай. Бер❄ йылытып,❄ бер һыуытып торғандан, бөтә❄ нәмәне шаҡырайтып❄ туңдырғандан халыҡ ❄уны элек ❄ш а ҡ а й ❄тип атаған. Февралдә ❄һыйырҙар быҙаулай,❄ һарыҡтар ❄бәрәсләй башлай. ❄Тауыҡтар йомортҡа һалырға ❄керешә. Ағастарҙа❄ бөрөләр ❄бүртә. Урман – ҡырҙарҙа төлкө,❄ бүреләрҙең туйҙары башлана, ❄улар был мәлдә ❄ныҡ уҫаллана. Аҡландарҙа ❄ҡуяндар уйнай. Ай аҙағында ❄тәбиғәттә мөғжизәле күренеш – һуйыр уйнауы башлана.❄ Мышылар мөгөҙҙәрен һала.❄ Шаҡылдап ❄торған шаҡай ҡыҫҡа ❄ғына булһа ла - байрамдарға ла бик бай! ????????????
Бөгөн 1 февраль (шаҡай), дүшәмбе, 2021 йылдың 32-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 333 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 19-сы көнө. Ҡояш 9 сәғәт 04 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 55 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 08 сәғәт 50 минут. Көнөбөҙ иң ҡыҫҡа көн менән сағыштырғанда 3 cәғәт 53 минутҡа артты.
❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄
Был көн тарихта.
❗Тымыҡ океанда Хуан-Фернандес архипелагында Робинзон Крузоның прототибы буласаҡ матрос Александр Селкирк табылған (1709)
❗Декабристарҙың тәүге йәшерен сәйәси ойошмаһы - «Ҡотҡарыу союзы» төҙөлә. (1816)
❗Оло урҙа ҡырғыҙҙары Рәсәй империяһына ҡушыла (1819)
❗Өфөлә тәүге ҡала электростанцияһы (ҡеүәте — 560 кВт) эшләй башлай (1898)
❗Бөйөк Британия рәсми рәүештә СССР-ҙы таный (1924)
❗«Белем» (хәҙер «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналы сыға башлай (1924)
❗Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола (1926)
❗СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән илдә дөйөм коллективлаштырыу башлана (1930)
❗«Таймс» гәзитендә беренсе кроссворд баҫыла (1930)
❗Өфөлә трамвай йөрөй башлай (1937)
❗Куба Америка Дәүләттәре Ойошмаһынан сығарыла (1962)
❗Өфөлә «Эре панелле йорттар төҙөү» тресы ойошторола (1963)
❗Һалҡын һуғыш тамамланыу тураһында Рәсәй—АҠШ декларацияһы (1992)
❗ЕС илдәре ҡул ҡуйған Шенген килешеүҙәре үҙ көсөнә инә, был илдәр граждандары ЕС буйынса ирекле рәүештә йөрөү хоҡуғы ала (1994)
????Тыуған көндәр. Опера һәм камера йырсыһы, Совет Рәсәйенең беренсе халыҡ артисы Шаляпин Фёдор Иванович (1890 йылдың сентябренән 1993 йылғаса Өфөлә йәшәй һәм эшләй, 1873—12.04.1938), ҡурайсы Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишҡәле улы (1932—27.08.2004), актёр, режиссёр Ғабдулла Ғиләжев (1930—7.01.1997), Рәсәйҙең беренсе президенты Борис Ельцин (1931- 23.04.2007), журналист, тарихсы Фәрит Вәхитов (1933), шағир Рамазан Шәғәлиев (1935—20.02.2010), ғалим-философ Әмиров Марсель Мәғрүп улы (1936), ғалим-офтальмолог Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1939), шағир, журналист Муса Сиражи (1939—14.09.2019), эстрада йырсыһы Лев Лещенко (1942), рәссам Ишемғолов Дамир Нуретдин улы (1943), эстрада артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы, юморист һәм сатирик Юнир Салауатов (1948), шағир Зөфәр Вәлит (1949), композитор, фольклорсы Айрат Ҡобағошов (1950), яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова (1960), опера йырсыһы Иҙрисова Дилара Марс ҡыҙы (1989) һ.б.
????Һөнәри байрамдар.
????Лифт хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө
????Халыҡ-ара байрамдар.
????Хижәп (хиджаб) көнө
????Десерт көнө????????
????Конфессия-ара гармониялы мөнәсәбәттәр аҙналығы ????
????Рәсми булмаған байрамдар.
????Һағыҙ көнө ????
????Тройной одеколон көнө
????Бала саҡтағы күңелле ваҡытарҙы иҫкә төшөрөү көнө ????????????
Ҡыштың һуңғы айының беренсе көнө менән!???????????? Ҡыҫҡа айыбыҙҙың оҙооон кистәре тыныс, таңдары яҡты, көндәре хәйерле бәрәкәтле булһын!❄⛄❄
Читайте нас: