Ҡасандыр, миңә әкиәт һөйләп ултырған бер сағында, өләсәйем, донъялағы иң ҡурҡыныс һүҙҙе беләһеңме, тип һорағайны. Мин күп һүҙҙәр әйттем, шулай ҙа дөрөҫөн таба алманым.
- Һуңлау,- тине өләсәйем,- сөнки уны нисек кенә ҡулланһаң да, ул һәр ваҡыт күңелһеҙ, моңһоу, үкенесле мәғәнәгә эйә. Күп осраҡта, ҡайтарып булмаҫ әйберҙәр тураһындағы мәғәнәгә...