Һәр ауылдың төп байлығы – татыу, бәхетле парҙар, уңған, тырыш ғаиләләр. Эткөсөктә 50 йыл татыу ғүмер кисергән атай-әсәйебеҙ Зөлхизә һәм Сафуан Смаҡовтарҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була.
Атайыбыҙ 1942 йылдың 10 авгусында Эткөсөк ауылында донъяға килгән. Быуыны нығыныр-нығынмаҫтан ҡул араһына инә, бәләкәйҙән тырыш, эшһөйәр булып үҫә, ауыл балаһы бит. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, кескәйҙәре бәхетенә иҫән-һау әйләнеп ҡайта. 3 йәшендә әсәһен юғалта ҡәҙерлебеҙ. Үгәй әсә ҡулында үҫһә лә, йәтимлекте тоймай сабый. Үҙе ғаилә ҡорғас та, аңлашып татыу йәшәй улар.
Атайыбыҙ Ленин исемендәге колхозда ауырыу-һыҙланыуға бирешмәй 46 йыл дауамында эшләй. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡара. Ҡәҙерлебеҙҙең тырыш хеҙмәте бик күп Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнгән.
Әсәйебеҙ 1949 йылдың 3 авгусында Шәрип ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яуҙан яраланып ҡайта. Колхозда йәштән бил бөгөргә тура килә һөйөклөбөҙгә. Әсәйебеҙҙе атайыбыҙға кейәүгә димләп биргәндәр. Уңған йәштәр күптәрҙе һоҡландырып бына тигән итеп йәшәп алып китә. Тыныс, ипле холоҡло киленде бейем дә үҙ итә. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы сабыйҙар донъяға килә. Йортҡа, балаларға күҙ-ҡолаҡ булып торған кеше булғас, йәш әсә лә эшкә тыныс күңел менән йөрөй.
Яҡындарыбыҙ 1986 йылда иркен йорт һалып сыға. Ҡунаҡсыл йорттан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй, киң күңелле атай-әсәйебеҙ туғандарын да, ауылдаштарын да асыҡ йөҙ, тәмле һүҙ менән ҡаршы ала, хөрмәтләп оҙатып ҡала. Йәй көндәрендә иркен ихата аллы-гөллө сәскәләргә күмелә, ишле мал-тыуар, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай ғәзиздәребеҙ. Атай-әсәйебеҙҙең егәрлелеге, уңғанлығы күптәргә өлгө. Күркәм пар 12 йәнгә ғүмер бүләк иткән. Баланың яҡшы кеше булып үҫеүен теләһәң, иң беренсе үҙеңде тәрбиәлә, тиҙәр. Яҡындарыбыҙ “шуны эшлә, быны шулайт”, тип түгел, ә үҙҙәренең эшһөйәрлеге, тырышлығы өлгөһөндә тәрбиәләне. Күмәк баланы аяҡҡа баҫтырыу ни тиклем көс, сабырлыҡ, ваҡыт, күп сығым талап иткәнен үҙҙәре генә белгәндер. Йыл һайын колхозда сөгөлдөр алып утанылар, йорт баҡсаһында картуф, йәшелсә-емеш үҫтерҙеләр. Өс һыйыр, алтмышлап һарыҡ-кәзә, йөҙгә яҡын тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ аҫрап, ғаилә ҡаҙнаһын шулай бөтәйтәләр.
Әсәйебеҙҙең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Һөйөклөбөҙгә 1989 йылда Президент “Әсәлек миҙалы” һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы. Башҡорт халҡын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Бер нисә тапҡыр ял йортонда ла ял итте ҡәҙерлебеҙ. Татыу ғаилә - ил ҡото, тиҙәр. Заман ауырлыҡтарына һылтанмай, тырышып донъя көткән, йәшәү йәмен хеҙмәттә тапҡан ошондай күркәм ғаиләләр - ауыл тотҡаһы. Уларҙы алтын парҙар тип атар инек. Ҡәҙерлеләребеҙгә һоҡланабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ!