Башҡортостанда 92 кешегә сит илдән ҡайтҡандан һуң коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен урынлаштырмаған өсөн суд ҡарары менән бөтәһе 720 мең һумдан ашыу штраф һалынған. Сит илдән ҡайтҡас, өс көн эсендә лабораторияла ПЦР ысулы менән COVID-19-ға анализ бирергә һәм уның һөҙөмтәһен
Дәүләт хеҙмәттәре порталында баҫтырып сығарырға кәрәк. Һөҙөмтә әҙер булғансы, йәшәгән урында изоляция режимын үтәү талап ителә.