Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 14:00

Республикала Өфө – Ырымбур трассаһында ауыр йөк машиналары, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде

Ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ сикләү индереүгә сәбәпсе.

Башҡортостанда Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде. 2 февралдә иртәнге 10-дан автомобиль юлының 1194 саҡрымынан 1548 саҡрымына тиклем ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде. «Урал буйы» юл идаралығы мәғлүмәте буйынса, сикләү урындағы ваҡыт буйынса киске 6-ға тиклем ғәмәлдә, оҙайтылыуы ла ихтимал.
Ошондай сикләү индереүгә һауа торошо – ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ сәбәпсе булды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ҡар яуғанлыҡтан, Өфөгә йөк транспортына инеү тыйылды.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: