Интернет селтәре киң мөмкинлек бирә. Социаль селтәр аша табып, яңы йыл алдынан байрам менән ҡотлап, 30 йыл күрмәгән йәшлек дуҫым шылтыратты. “Һағындым”, - ти. Психологтарҙың, был донъяла кәмендә генә өс кеше ғүмере буйы һине ярата, тигәне иҫкә төштө. Шул өсәүҙең береһелер ул минең йәшлек дуҫым. Өс тапҡыр өйләнгән, өс ғаиләлә лә өй һалып, һуңғы ҡатыны менән йәшәп ята. Телефон аша бала тауышы ишетелә. “Атаҡ, эргәңдә ҡыҙың уйнап йөрөймө ни?”- тимен. -“Ҡатының?” Тормош иптәшенең күңелен уйлап, тотолған кеше кеүек ҡапыл бурҙаттай ҡыҙарынғанымды һиҙәм. Баҡтиһәң, өс ҡатыны ла белгән икән ҡасандыр йәшлек осоронда беҙҙең юлдар киҫешкәнен.
Эсә икән Илдар (исеме үҙгәртеп алынды), бер нисә көн айнығаны юҡ. “Мин бер кемгә насарлыҡ эшләмәйем дә инде, эшкә барам да бер яртыны түңкәрәм, аҙаҡ тағы шунсаны һелтәйем. Мин бер кемгә лә яуызлыҡ килтермәйем дә, ҡул күтәрмәйем, шым ғына ҡайтам да ятам”,- ти Илдар. Ҡатыны менән һөйләшәм. “Доға уҡып ҡара, Аллаһы Тәғәлә ярҙамын бирер, ярлыҡар”, - тимен.
Яңы йылдан һуң ишетәм, кәләше түҙмәй, ҡыҙын етәкләп сығып киткән. Илдар ҡайғыра, ҡатынының сығып киткәненә аптырай. Шайтан һыуы эсеп йөрөгәс, балаңдың әсәһен ҡосаҡлар урында хәмер менән дуҫлашҡас, түҙмәй сығып китә инде. Тағы ни тиергә ҡала.
Ул теманы яңыраҡ тағы бер танышым күтәрҙе. Хеҙмәткәрен шул сәбәпле эшенән бушатҡан. Эсмәҫкә кәңәш биреп, ейәндәренә ниндәй өлгө күрһәтеүен, киләсәктә улар ҙа яҡындарының яҙмышын ҡабатлау хәүефһеҙлеге тураһында киҫәткән. Әлбиттә, балаларының “йәшел йылан” менән дуҫлашыуын кем теләһен инде. Ә ысынбарлыҡта улар ни күрә һуң? “Атай, ҡара әле, ҡара! Ана-а, олатайҙың больницаһы!”- Машинала китеп барғанда, биш йәшлек баланың дауахананың наркология бүлегенә бармаҡ менән төртөп күрһәткәнен үҙе көлөп һөйләй. Минеңсә, ауыҙ йырыр урында иларға кәрәктер. Башын иҫәргә һалған, айыҡ фекер йөрөтә белмәгәндәр яҡындарына ниндәй ҡайғы килтергәнен аңламай. Уларға ниндәй кәңәш бирергә була, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, дуҫтар!