ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 11:40

Бөгөн – Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө

Рак бер генә генә күҙәнәктән үҫә башлай. Нормаль күҙәнәктең яман шеш күҙәнәгенә әүерелеүе – күп этаплы процесс. Был үҙгәрештәр кешенең генетик факторы менән өс типтағы тышҡы факторҙың үҙ-ара мөнәсәбәткә инеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Тышҡы факторҙарға физик канцерогендар (ультрафиолет һәм ионлы нурланыу), химик канцерогендар (асбест, тәмәке төтөнө компоненттары, аҙыҡты бысратыусы матдәләр, мышьяк) биологик канцерогендар (вирустар, паразиттар һәм бактериялар тыуҙыра). Онокологтар мәғлүмәттәре буйынса, ир-егеттәр араһында иң йыш осраған рак ауырыуҙарына – простата биҙе, үпкә, бронхтар һәм трахея сирҙәре, ә ҡатын- ҡыҙҙар араһында күкрәк биҙе һәм аналыҡ яман шеше инә. Ике енес вәкилдәрендә лә тире яман шеше берҙәй киң таралған. Балаларҙа иһә яман сир күберәк ҡан һәм лимфалар системаһын зарарлай, шулай уҡ саркома кеүек ауыр төрө лә йыш осрай.Статистика күрһәтеүенсә, ауырыуға килтереүсе төп сәбәптәр араһында иң беренсе урынды дөрөҫ туҡланмау биләй. Икенсе урында – тәмәке тартыу. Шулай уҡ ҡояшҡа ҡыҙыныу һәм төрлө тәмләткестәр һәм төҫ биреүсе мәтдә ҡушылған ашамлыҡтар менән дә менән дә артыҡ мауығырға ярамай. Даими рәүештә табипҡа күренеп торорға ла онотмағыҙ.

Дауалауға ҡарағанда яман шеште иҫкәртеүе яҡшыраҡ
Рак – ул тәндең төрлө өлөшөн зарарлаусы йөҙҙән ашыу ауырыуҙың дөйөм атамаһы. Ауырыуға хас билдә – үҙенең ғәҙәти сиктәренән үҫеп сығып, тәндең эргәләге өлөштәренә үтеп инергә һәләтле һәм башҡа органдарға таралыусы аномаль күҙәнәктәрҙең бик тиҙ барлыҡҡа килеүе. Был процесс метастаза тип атала. Тап ошо метастазалар сирҙең үлемгә килтереүенең төп сәбәбе булып тора.
Рак бер генә генә күҙәнәктән үҫә башлай. Нормаль күҙәнәктең яман шеш күҙәнәгенә әүерелеүе – күп этаплы процесс. Был үҙгәрештәр кешенең генетик факторы менән өс типтағы тышҡы факторҙың үҙ-ара мөнәсәбәткә инеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Тышҡы факторҙарға физик канцерогендар (ультрафиолет һәм ионлы нурланыу), химик канцерогендар (асбест, тәмәке төтөнө компоненттары, аҙыҡты бысратыусы матдәләр, мышьяк) биологик канцерогендар (вирустар, паразиттар һәм бактериялар тыуҙыра).
Онокологтар мәғлүмәттәре буйынса, ир-егеттәр араһында иң йыш осраған рак ауырыуҙарына – простата биҙе, үпкә, бронхтар һәм трахея сирҙәре, ә ҡатын- ҡыҙҙар араһында күкрәк биҙе һәм аналыҡ яман шеше инә. Ике енес вәкилдәрендә лә тире яман шеше берҙәй киң таралған. Балаларҙа иһә яман сир күберәк ҡан һәм лимфалар системаһын зарарлай, шулай уҡ саркома кеүек ауыр төрө лә йыш осрай.
Статистика күрһәтеүенсә, ауырыуға килтереүсе төп сәбәптәр араһында иң беренсе урынды дөрөҫ туҡланмау биләй. Икенсе урында – тәмәке тартыу. Шулай уҡ ҡояшҡа ҡыҙыныу һәм төрлө тәмләткестәр һәм төҫ биреүсе мәтдә ҡушылған ашамлыҡтар менән дә менән дә артыҡ мауығырға ярамай. Даими рәүештә табипҡа күренеп торорға ла онотмағыҙ.
Сирҙең башланғыс стадияһында тулыһынса тиерлек дауалап, һауығып була, ти табиптар. Айырыуса күкрәк, аналыҡ биҙе, ир-егеттәрҙен енси ағзаларындағы, баш һәм муйын, лимфома шештәре дауалауға яҡшы бирелә. Әйткәндәй, рак ауырыуҙарының 99 проценты хирургик ысул менән дауалана.
50 йәштән алып һәр кеше йылына бер тапҡыр мотлаҡ онкологҡа күренергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға гинекологҡа, проктологҡа һәм маммологҡа күренергә кәңәш ителә, ә ир-егеттәр йыл һайын үпкәһенә рентгент тикшереүе үтеп, ашҡаҙанын, йыуан эсәген һәм простата биҙен тикшертеп торорға тейеш. Медицина тикшереүе онкология ауырыуҙарын иртәрәк асыҡлауға ярҙам итә. Әйткәндәй, йылдан-йыл был ҡурҡыныс сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм иртәрәк дауалау курсын башлауға йүнәлтелгән саралар күрелә. Элегерәк ауырыу осраҡтарының 16 процентында ғына ул башланғыс стадияһында асыҡланһа, хәҙер был күрһәтксе 56 процентҡа еткән. Хәҙер һәр кем ике йылға бер тапҡыр онкологияның иң таралған төрҙәренә скрининг тикшереүе үтә ала. 2024 йылдан иһә бөтә гражданға ла йыл һайын профилактик тикшереүҙәр үткәреүҙе индереү күҙаллана.
2018 йылдың октябренән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты эшләй башланы. Уны тормошҡа ашырыу илебеҙҙә 2024 йылға онкология сирҙәренән үлем осрағын һиҙелерлек кәметергә булышлыҡ итергә тейеш, тип көтөлә. Шулай ҙа, һәр сир кеүек үк, яман шештән һаҡланыу сараһы ла үҙебеҙҙән тора. Бының өсөн иң мөһиме – өс ҡағиҙәне иҫтән сығарырға ярамай: ваҡытында табиптарға күренеп, һаулығыңды ҡайғыртыу, дөрөҫ туҡланыу, сәләмәт тормош алып барыу.
Читайте нас: