Ергән ауылы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселегенә ҡыҙҙар араһында волейбол уйыны буйынса ярыш үтте. Унда Воскресенск, Нөгөш, Первомай мәктәптәре һәм 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары оҫталыҡҡа көс һынашты. Волейбол таһыллыҡ, диҡҡәтлек, теүәллек талап итә.
Спорт мәктәбе тренеры Сергей Бегов ярышта иң оҫта уйынсылар ҡатнашыуын билдәләй: "Ҡыҙҙар сәмләнеп уйнай, командалар барыһы ла көслө, еңеүсе исеменә Первомай һәм Воскресенск ауылдары спортсылары дәғүә итте. Күрһәткестәр буйынса первомайҙар - беренсе, воскресенскиҙар - икенсе, нөгөштәр өсөнсө урынды яуланы. Еңеүсе командалар миҙал һәм грамоталар менән бүләкләнде".