«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов водителдәргә мөрәжәғәт итте. «Һеҙҙе тиҙлек режимын үтәргә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам, сөнки юл тайғаҡ», — тине Динар Ғилметдинов.
Термометр бағанаһы күрһәткесе 0-дән юғары, юлдарҙа күләүектәр, әйтерһең дә, урамда яҙ... Әммә был оҙаҡҡа түгел, гидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, бөгөн кискә һыуыта һәм боҙлауыҡ көтөлә. Шуға күрә сәфәргә сыҡмай тороғоҙ, ә юлдағыларға хәйерле юл теләйек!