Башҡортостанда сусҡалар араһында Африка тағуны таралыу хәүефенә бәйле ҡырағай ҡабандарҙы ата башлайҙар. Уларҙың һаны 4 мең гектарҙа берәүҙән артмаҫҡа тейеш. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа сусҡаларҙы ялан кәртәгә сығармаҫҡа кәңәш ителде. Сусҡасылыҡ хужалыҡтары тирәләй 10 саҡрым радиуста бер ҡабан да булырға тейеш түгел.