Алтын туй! Зөләйха һәм Хантимер Смаҡовтар ғаиләһендә ана шундай матур байрам быйыл! Инде бергә оҙон ғүмер юлы үтелгән, шатлығы ла, һөйөнөсө лә, борсолоу-мәшәҡәте лә, һынауҙары ла. Ғүмерҙең был осоро бәхете башҡа төшөнсәләр менән баһалана.
Ғаилә байрамы менән ҡотлап юбилярҙар менән осрашып, һөйләшергә насип булды. Мәләүез ҡалаһы һәм районының никахтар теркәү бинаһындағы тантананан һуң бәхетле пар менән тормош сәхифәләрен барлайбыҙ.
Хантимер Фәйзулла улы: 50 йыл, бер уйлаһаң, бик күп ғүмер. Был ваҡыт эсендә күп ваҡиғалар булған, күбеһе хәтерҙән сыҡҡан. Әммә Зөләйха апайығыҙҙы беренсе күргән саҡ онотолмай. Мин тыумышым менән Ташлыкүл ауылынан. Зөләйха апайығыҙҙың әсәһе сығышы менән беҙҙең ауылдыҡы, шуға ла Хапаза тигән инәһенә йыш ҡунаҡҡа килде. Йәш ваҡытта Иҙел буйына уйынға сыға торғайныҡ, шул саҡта апайығыҙға күҙем төштө. Ул ваҡытҡа мин Маячныйҙа тракторсы һөнәренә уҡып сыҡҡан, әрме хеҙмәтен тултырған, комбайнер булараҡ социалистик ярыштарҙа беренсе урын алған егет инем.
Өйләнешкәс, Аксен ауыл хужалығы техникумында уҡып сыҡтым. Чкалов исемен йөрөтә ине колхоз, башта механик, аҙаҡтан ферма мөдире, торараҡ идарасы итеп ҡуйҙылар, бригадир ҙа булдым. Эш стажым - 45 йыл. Етәксе урындарҙа эшләгәс, һуң ҡайта, иртә таңдан сығып китә торғайным, өйҙә торманым, тиһәң дә була. Миңә үҫергә мөмкинлек биргәне өсөн Зөләйха апайығыҙға бөгөнгәсә рәхмәтлемен.
Зөләйха Тәҡиулла ҡыҙы: Хәҙерге йәштәр генә ул айырым йәшәүҙе хуп күрә. Ҡәйнә менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнек, балалар үҫтергәндә ҙур ярҙамсы булды, хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала ла эшләнем, ҡымыҙ бештем. Юнир улыбыҙҙыңдың да, Рәйлә ҡыҙыбыҙҙың да үҙ донъяһы. Ейән- ейәнсәрҙәргә башҡаса күҙлектән ҡарайһың икән ул, йөрәктәге булған бар йылылыҡты уларға бүлеп бирергә тырышаһың. Уларҙың һәр ҡайһыһын үҙебеҙсә яратабыҙ, һәр береһе менән аралашабыҙ. Әсҡәт -1се, Илүзә, Юлиә, Алһыу 9-сы гимназияла белем алды. Уларҙың дәрестән ҡайтҡандарын көтөп, иртән иртүк бешеренә башлайһың, тәҙрәнән күҙҙе алмайһың... Ял көндәре балалар бер-бер артлы килеп тула - өй шат тауышҡа күмелә. Әсҡәт- төҙөүсе белемле, Алһыу БДУ-ла, Юлиә - авиация университетында уҡый, Илүзә врачлыҡҡа уҡып сыҡты, әле ординатурала эшләй. Ғаиләнең ҙурлығын, бөтөнлөгөн, бер-береңдең ҡәҙерен тойорға ярҙам итә был осрашыуҙар, барыбыҙҙы берләштерә.
Хантимер Фәйзулла улы: Ныҡлы, татыу ғаиләнең сере ниҙә тиһегеҙме? Бер-береңде тыңлашыуҙа, гел “Барыһы ла минеңсә буласаҡ!” тип йәшәп булмай. Бар аламалыҡ эсеүҙән килеп сыға. Өйҙәге һөйләшеүгә, мөнәсәбәткә, йолаларға ҡарап балалар өлгө ала. Беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр ҙә шундай татыу ғаилә ҡорасағына ышанам.