Сусҡа малына - Африка тағуны, йорт ҡоштарына киҙеү хәүефе янай. Хөкүмәттә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров ошо турала хәбәр итте. Сир йоҡтороу осраҡтары Башҡортостанда теркәлмәһә лә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә көсөргәнешле. Мәҫәлән, республика менән сиктәш Мөслим районында - биш меңдән ашыу ҡаҙ, Зеленодольск районында ҡошсолоҡ комплексында 175 мең баш күркә юҡ ителгән. Һунарсылыҡ хужалығында шулай уҡ ҡабандың түшкәһен тикшергәндә африка тағуны геномы табылған. Ошо сиргә бәйле аңлатма биреүҙе һорап, район-ҡала ветеринария станция начальнигы урынбаҫары Вадим Бәшировҡа мөрәжәғәт иттек. Уның әйтеүенсә, беҙҙең ҡала-район биләмәһенең шәхси хужалыҡтарында мең ярым баш тирәһе сусҡа аҫрайҙар. “Африка тағуны - был төр йорт малы һәм ҡабандар өсөн 100 процент үлемгә килтерә торған бик ҡурҡыныс сир. Ул аҙыҡ менән, көтөүлектә, ризыҡ һәм мал ташыған транспорт аша ла йоғорға мөмкин. Ҡотҡарып ҡалырға теләһәгеҙ, малдарығыҙҙы бикләп тоторға, ветеринар ҡағиҙәләрҙе үтәргә, тирә-яҡ мөхитте мал тиреҫе менән бысратмаҫҡа, дәүләт ветеринар учреждениеһында уларҙы теркәргә, уларҙы вакциная һатырға онотмағыҙ”, - ти ул. Шулай уҡ сусҡаны үҙ ихатағыҙҙа һуйыу, ветеринар күҙәтеүһеҙ һатыуға сығарыу, үләкһә малды сүплеккә ташлау ҡәтғи тыйыла.