Хәҙерге заманда һанлы йәмғиәтте һанлаштырыу йүнәлешендә әүҙем эш алып барыла. Төрлө хеҙмәт, документтар әйләнеше интернет ресурстары аша башҡарыла. Ошо нигеҙҙә «Уңайлы интернет» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы, уны республика хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте тәҡдим итте.
Күләмле проекттың төп маҡсаты – ауылдарҙа йәшәүселәрҙең интернет булмау мәсьәләһен хәл итеү. Проект, сүсле-оптик технологиялар ҡулланып, 262 бәләкәй ауылда бүлеү селтәрҙәре төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Был проекттың үҙенсәлеге шунда: интернет ауылға ғына түгел, ә граждандарҙың ғаризаһы буйынса һәр йортҡа еткерелә. Башҡортостанда бөтәһе 100 мең кешене һәм 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.