ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 16:50

«Рәсәй саңғы юлы - 2021» спортсыларҙы йыйҙы

Уҙған шәмбелә ҡаланың саңғы юлы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Унда «Рәсәй саңғы юлы - 2021» Бөтә Рәсәй спартакиадаһы сиктәрендә саңғы ярышы уҙҙы.

Спорт кешенең физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан камиллашыуына ла булышлыҡ итә. Һуңғы йылдарҙа күптәрҙең сәләмәт тормош рәүешенә ылыға барыуы, башҡаларҙы ла шул матур күренешкә йәлеп итеүе ҡыуандыра. Үҫеп килгән йәш быуынға хәрәкәттә - бәрәкәт тигән һүҙҙәрҙең асылын үҙ миҫалында иҫбат итеүселәр беҙҙең арала ла етерлек.
Беҙҙең районда халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәү, спортҡа ылыҡтырыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. Һәр ерҙә әүҙемлек күрһәткән мәләүездәр был өлкәлә лә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
Уҙған шәмбелә ҡаланың саңғы юлы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Унда «Рәсәй саңғы юлы - 2021» Бөтә Рәсәй спартакиадаһы сиктәрендә саңғы ярышы уҙҙы. Ул көндә һауа торошо ла ҡыуандырҙы, көн аяҙ, йылы булды.
Саңғыға баҫҡандар араһында предприятие, учреждение, ойошмалар вәкилдәре, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ла, өлкән йәштәгеләр ҙә, кескәй балалар ҙа бар ине. Йыл һайын үткәрелгән ярышта ҡатнашыусылар һаны арта барыуы ҡыуаныслы хәл.
Ҡыҙыу ярышта кемдер урын алам тип тырышһа, икенселәр саф һауаға сығыуҙы, кешеләр менән аралашыуҙы, сарала ҡатнашыуҙы мөһимерәк һананы. Призлы урындар ныҡлы әҙерлеге, физик һәм ихтыяр көсө булғандарға насип булды.
Спорт байрамында ҡатнашҡандар дәрт-дарман, күңелле кәйеф һәм онотолмаҫ тәьҫораттар менән таралышты.
Читайте нас: