23 февраль быуындар бәйләнешен, данлы традицияларҙың күсәгилешлеген, Ватанға фиҙаҡәр хеҙмәт итеү өлгөһөн һәм Рәсәй яугирҙәренең бөйөк ҡаҙаныштарын кәүҙәләндерә.
Хөрмәтле ир-егеттәр! Һеҙ ышаныслы терәк, көс, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡты һынландыраһығыҙ, һәм киләсәктә лә буласаҡ Ватан һаҡсыларына үрнәк булырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға тыныс күк йөҙө, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡ, рух ныҡлығы, һәр эштә уңыш теләйбеҙ.