2021 йылдың ғинуар аҙағында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортон - Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын - берләштереү тураһында белдергәйне. Тәү сиратта, был яңы белем биреү учреждениеһына конкурент һәләтле булырға ярҙам итергә тейеш. Әле берләштереү мәсьәләһе хәл ителгән. Проекттың «юл карта»һы әүҙем тикшерелә.
Башҡортостандың яңы юғары уҡыу йортоноң исемендә мотлаҡ «Башҡорт» һүҙе була. Вице-премьер Азат Баҙранов билдәләүенсә, был - йәмәғәтселектең ҙур теләге, республика Хөкүмәте лә бының менән риза. Милли үҙенсәлек һаҡланырға тейеш. Юғары белем биреүҙә интеграция процестары бара, вуздар берләшә. Донъя кимәлендәге университет булдырыу гранты критерийҙарына тура киләбеҙ, тимәк, тик алға...