ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 13:50

Кадеттар ант бирҙе

Ошо көндәрҙә ҡаланың 4-се мәктәбе кадеттарының ант биреү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының «Йәш армия» отрядына уҡыусылар ҡабул итеү тантанаһы үтте.

Тоғролоҡҡа ант биреү - Ватан һаҡсыһы буласаҡ һәр кемдең тормошондағы мөһим ваҡиға, киләсәктә Тыуған ил алдында бурыс үтәүгә этәргес дәрт биреү һәм әхлаҡи һыҙаттар тәрбиәләү сараһы.
Ошо көндәрҙә ҡаланың 4-се мәктәбе кадеттарының ант биреү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының «Йәш армия» отрядына уҡыусылар ҡабул итеү тантанаһы үтте. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Олег Тройно, ветерандар ойошмаһы рәйесе Александр Кузнецов һәм башҡалар ҡатнашты.
Тантанала ҡаланың 4-се мәктәбенең кадет класында белем алған һәр кем Рәсәй халҡына, кадет корпусы байрағына тоғролоҡ һаҡларға, үҙ бурысына етди һәм яуаплы ҡарарға, тырышып уҡырға, тәртипле булырға, үҙ мәктәбенең данын нығытырға, кадет исеменә тап төшөрмәҫкә һәм киләсәктә үҙ Ватанының ышаныслы һаҡсыһы булырға ант бирҙе.
Сарала улар күрһәтмә сығыш яһаны, ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙ бер минутлыҡ тынлыҡта иҫкә алынды. Балаларының һәм яҡындарының шатлыҡлы ваҡиғаһын уртаҡлашырға килгән һәр кем улар өсөн ғорурлыҡ кисерҙе.
Тантаналы сара һуңында унда ҡатнашҡандар иҫтәлеккә фотоға төштө.
Читайте нас: