Өфөлә Салауат Ғилмановтың йорто киң билдәле, экскурсияға килеүселәр ҙә бар. Шешәләрҙән һәм иҫке телевизор кинескоптарынан һалынған йорт ғәжәп үҙенсәлекле. Унда танылған йырсы Фәрүәз Урманшин клип төшөргән, “Узорица” проекты артистары фотосессия эшләгән.
Егеттең үҙ ҡулдары менән таштарҙан йыйған диваны ла күптәрҙе ҡыҙыһындыра. Ғөмүмән, оҫтаның өйөндә хайран итерлек үҙ ҡулы менән яһалған әйберҙәр күп. Ул бәләкәйҙән кинескоптарҙан йорт төҙөү хыялы менән йәшәй.
Оҫтаға түңәрәк йорт төҙөү идеяһы тынғылыҡ бирмәй, күп тә үтмәй, ярым түңәрәк веранданы кинескоптар ярҙамында, быяла шешәләрҙән һала. Салауат кәрәкле материалдарҙы сүплектәрҙән йыйып алырға ла һис ҡыйынһынмай. Ҡайһы берәүҙәр шешәләрҙе үҙҙәре килтереп бирә. Веранда төҙөгәндә егет бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәй.