Аяҡлылар етмәгән үрҙәр яулаған Рөстәмдең ихтыяр көсө үҙ аяғында йөрөгәндәргә тормошҡа зарланырға урын ҡалдырмай. Рәсәйҙең иң бейек нөктәһе Эльбрусты яулаған көслө рухлы, ауырлыҡтарға бирешмәҫ яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Чо-Ойю тауын яуларға йыйыныуы хаҡында белдергән. Тауҙың бейеклеге - 8201 метр, ул бейеклеге буйынса Гималай массивында - бишенсе, ә донъялағы иң бейек тауҙар араһында алтынсы булып тора. "Әле арҡамды нығытыу өсөн күнекмәләргә йөрөйөм. Апрель-майҙа ныҡлы әҙерлек буласаҡ", - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә.