Мәләүез ҡалаһы ҙур булмаһа ла, сауҙа нөктәләре күп. Ә шулай ҙа ашығыс саҡта йә бик арығанда тиҙ генә бешереп ашарлыҡ сифатлы ризыҡ табыуы анһат түгел. Был мәсьәлә ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән Гөлназ Аҡсуринаны ла ун йыл самаһы борсой һәм ул ҡәтғи ҡарарға килә: яҡташтарын ауылдағыса тәмле һәм файҙалы ризыҡ менән ул үҙе тәьмин итәсәк. Ишектәрен яңы асҡан аҙыҡ-түлек магазины хужаһы өсөн иң мөһиме ризыҡтың тәмле лә, файҙалы ла булыуы. Ғүмер буйы дөйөм туҡланыу системаһында эшләп, иң талапсан ҡулланыусыға – балаларға, етәкселеккә - аш-һыу әҙерләгән Гөлназ Сәйетғәли ҡыҙы: “Күләм, һан артынан ҡыуып, сифатҡа зарар килтерергә ярамай, шул уҡ ваҡытта клиент оҡшағанын һайлап алырлыҡ ассортимент булдырыу ҙа мотлаҡ”, - тип иҫәпләй эшҡыуар ханым.