Ҡатын-ҡыҙҙың байлығы -
Йөрәгенең сафлығы,
Күңеленең паклығы,
Уйҙарының аҡлығы.
Ҡатын-ҡыҙҙың байлығы -
Ябайҙан-ябайлығы:
Тормошта инсафлығы,
Һөйкөмлө-ыҫпайлығы.
Ҡатын-ҡыҙҙың байлығы -
Наҙлап бала көтөүе:
Ғаиләһенә терәк булып,
Татыу ғүмер итеүе.
Ҡатын-ҡыҙҙың байлығы -
Ябайҙан-ябайлығы:
Иң мөһиме - һаулығы,
Бәхетле әсә булыу -
Уның бөтмәҫ байлығы.
С. Ғәләүетдинов