Иҡтисади көрсөк осоронда эштә һәммәбеҙгә йыш ҡына ике-өс һөнәрҙе үҙләштерергә, көс түгергә тура килә. Почта хеҙмәткәрҙәренә был осраҡта гәзитебеҙҙе таратырға уҡыусыларыбыҙ ярҙам итә. Тоғро дуҫтарыбыҙ булғанда матбуғаттың киләсәге ышаныслы, тип әйтә алабыҙ!
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Мәләүез мәғлүмәт үҙәге редакторы Елена Мазиева гәзитебеҙҙе киң ҡатлам уҡыусыларына таратырға ярҙам иткән 1-се мәктәптең директор урынбаҫары Ирина Блохина, эске эштәр бүлек хеҙмәткәре Галина Биллур, дауахана архивариусы Татьяна Никерина, хаҡлы ялдағы хеҙмәткәребеҙ Мәҙинә Ишбулатоваға Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы.