Конгэк
-7 °С
Болотло
VK
ОК
Telegram
dzen
Еңеүгә - 80 йыл
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2021, 16:00
Өс мөғжизә мине әсир алды...
Өс мөғжизә мине әсир алды —Ер,йәнә күк,йәнә ҡатын кеше.
Өс мөғжизә мине әсир алды —
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.
Өс сер мине уйға, шомға һалды —
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.
Мостай КӘРИМ.
Читайте нас: