Яҙ байрамы - ҡатын-ҡыҙҙар көнө - үтте. Уны халыҡта Әсәйҙәр байрамы тип тә йөрөтәләр. Ошоға бәйле күңелдә шатлыҡ тула, рәхмәт һүҙҙәре урғыла. Һәр бала өсөн иң ғәзизе - әсәй, унан да яҡын, ҡәҙерле кеше юҡ донъяла. Әсәй кеүек яғымлы, хәстәрлекле, беҙҙе белем иленә әйҙәгән уҡытыусыларыма ла рәхмәтем сикһеҙ минең.
Уҡытыусы һөнәре - ул бик яуаплы һәм ауыр һөнәр, тип уйлайым. Уҡытыусының һөнәри оҫталығы, белеме генә түгел, уның мөнәсәбәте лә белемде үҙләштереүгә, фәнде яратырға булышлыҡ итә. Ғүзәл Шәһәдәт ҡыҙы Ғәббәсова, Миләүшә Дамир ҡыҙы Яманһарина, Рәсимә Хәйҙәр ҡыҙы Ғәббәсова, Гүзәлиә Вәғиз ҡыҙы Кинйәбулатова, Айһылыу Ғәйфулла ҡыҙы Үтәшева дәрестәре бик мауыҡтырғыс үтә. Дәрестә лә, тәнәфестә лә матур итеп үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ. Мин уҡытыусыларыма һоҡланып ҡарайым, нәҡ уларҙың уҡыусыһы булыуым менән ғорурланам. Улар үҙ өлгөһөндә Тыуған илебеҙгә, телебеҙгә, тарихыбыҙға тоғролоҡ, һөйөү тойғоһо тәрбиәләй. Улар кеүек уҡытыусылар күберәк булғанда телебеҙ ҙә, илебеҙ ҙә, тарихыбыҙ ҙа киләсәктә һаҡланыр, тип уйлайым.
Хөрмәтле уҡытыусыларым, рәхмәт һеҙгә, тағы оҙаҡ йылдар киләһе быуынға үрнәк булып, изгелек сәсегеҙ әле.