ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Июнь 2023, 16:35

Йәйге ял файҙалы сәйәхәттән башланған

Ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары йәйге ялын файҙалы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәттән башлаған.

Йәйге ял файҙалы сәйәхәттән башланған
Йәйге ял файҙалы сәйәхәттән башланған

Ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары йәйге ялын файҙалы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәттән башлаған. Улар уҙған аҙнала Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов һәм уҡытыусылары Илгиз Байгилдин етәкселегендә Күмертау авиация етештереү предприятиеһына барған. Экскурсия ваҡытында мәктәп уҡыусылары унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр менән аралашҡан, шулай уҡ вертолеттың компьютерҙағы һыҙмаһынан алып осорға әҙер булғансы үткән юлы менән танышҡан, бик күп һөнәрҙәр хаҡында белгән, станокта төрлө деталдәр яһау барышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткән. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙен пилот итеп тә тоя алған.

Предприятиеның генераль директоры Ольга Плохова әйтеүенсә, башта үҙҙәрен ҡыйыуһыҙ ғына тотҡан ҡунаҡтар яйлап үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә башлаған, хатта ҡулдарына теге йәки был ҡоралды алып эшләп тә ҡараған. Уҡыусыларға айырыуса экспонаттар оҡшаған, егеттәр һәм ҡыҙҙар осҡостоң фюзеляжы, яғыулыҡ һауыттары һәм башҡа деталдәре менән дә ҡыҙыҡһынған.

Ольга Николаевна бындай экскурсияларҙың әһәмиәтен юғары баһалай. «Тормош бер урында тормай, ул үҙгәреүсән, ваҡыт та тиҙ үтә, оҙаҡламай беҙҙең предприятие хеҙмәткәрҙәрен дә ошо үҫеп килгән быуын алмаштырасаҡ. Буласаҡ һөнәр эйәләрен бөгөн әҙерләй башларға кәрәк», - ти етәксе.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: