Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Март , 09:42

Илһөйәр фермер яҡташтары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙана

Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән яҡташыбыҙ Ғүмәр Зиннур улы Иҫәновтың изгелеген, ярҙамын тоймағандар һирәктер, моғайын. “Көнгәк” гәзитенең дә төп спонсорҙарының береһе ул. Уның менән төрлө темаға әңгәмәләшергә, фекер уртаҡлашырға мөмкин. Башҡорт халҡының тарихын тәрән белеүе, бөгөнгө хәл-ваҡиғаларға, әҙәбиәткә үҙ ҡарашы булыуы, дини яҡтан бөтөнлөккә ынтылыуы уны тағы ла күркәмерәк итә.

Атанан күргән уҡ юнған

1959 йылдың март айында бөтә тәбиғәт яңырғанда донъяға килә. Ғаиләлә уртансы бала, ағаһы, ҡустыһы апаһы менән берҙәм, туған йәнле булып тәрбиә ала. Бәләкәйҙән донъяға үҙ фекере, физик яҡтан көслө булыуы менән айырыла. Әсәһе Шәрифә инәйҙең ауыл тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, уңған кешеләре тураһында һөйләгәндәрен тыңлап, атаһы Зиннур бабайҙың тәбиғәткә, ергә, мал-тыуарға айырым иғтибарын күреп, ошо юҫыҡта тәрбиә алып буй еткерә. Тиҫтерҙәре һымаҡ мәктәптә уҡый, дәрестән һуң күп ваҡытын атаһы янында тимерлектә үткәрә, унан техникаға һаҡсыл ҡараш  бәләкәйҙән тәрбиәләнә. (әйткәндәй, Ғүмәр ағайҙың бөтә төр техника менән идара итеүгә лә таныҡлығы бар. Авт.). Бала сағынан Ленин исемендәге колхозда өлкәндәргә ярҙамлашып хеҙмәт тәрбиәһе ала. Тыуған ил алдында үҙ бурысын үтәп, армияла хеҙмәт итә.

Тормош юлы бормалы, таҡыры була һирәк

Үҙгәртеп ҡороу осоро ла Ғүмәр ағайҙың хәтерендә яҡшы һаҡлана. Йылдар буйы күпме көс, тир түгеп төҙөгән күмәк хужалыҡтар көрсөккә терәлеп, крәҫтиән ҙур һынау алдында ҡалған мәлдәрҙе юйып ҡара тарихтан! Гөрләп эшләгән хужалыҡ, көтөү-көтөү мал, ферма-заводтар юҡҡа сыҡҡас, халыҡ, әлбиттә, юғалып ҡала.

90-сы йылдар ил киләсәгенең, кеше яҙмышының да ил һынылыш осоро була. Халыҡ көтөлмәгән сәйәсәттән албырғап ҡала. Төбәктәрҙә урлашыу, талау, алдауға бәйле криминаль хәл ҡатмарлана. Бәғзеләр болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоу уңайлығын күҙаллап, ялған араҡы, көмөшкә һымаҡ иҫерткес эсемлектәр һата башлай. Былай ҙа арыған халыҡты упҡынға этәреүгә тиң була был. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, типһә тимер өҙөр ир-егеттәрҙең күбеһе ошо һаҙлыҡҡа сума һәм проблемаларҙан ҡотолоу юлы ошонда тип уйлап хаталана. Беҙҙең мәҡәләбеҙ геройы “йәшел йылан” ҡотҡоһонан сығыу юлын таба. Яҡташтары яҙмышы өсөн йән атҡан кеше булараҡ, бер нисә тапҡыр хәмер ҡолона әйләнгән ир-егеттәрҙе автобустарға тейәп дауаланырға алып бара. Файҙаһы, име теймәй ҡалмай был ысулдың, күптәр тормошон яңынан башлай.

Мөхәббәткә тоғролоҡ йылдар аша һынала

1980 йылда нигеҙ һалына Рафиға Тимербай ҡыҙы һәм Ғүмәр Зиннур улы Иҫәновтарҙың ғаиләһенә. Оҙаҡламай уларҙың тормош юлынан бергә атлауҙарына 45 йыл була. Татыу ғаилә ике бала – Динислам һәм Зәлиәгә тәрбиә биреп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтыра. Бөгөн ҡәҙерле өләсәй һәм олатай улар. Донъя алға барһын тиһәң, берең муйын, икенсең баш булыу кәрәк. Иҫәновтар иһә, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, тормош арбаһын бер төптән тартыу яҡлы.  Йылдар менән сағыштырғанда дүрт тиҫтә ярым йыл әллә ни оҙаҡ та түгел һымаҡ. Шулай ҙа хәтирәләргә бирелеп, йәшәлгән йылдарҙы барлай башлаһаң, тормоштоң һикәлтәле эҙҙәренең инде шымарған йөйҙәрен генә хәтергә төшөрәһең икән. Мөхәббәткә тоғролоҡ йылдар менән һынала шул.

 Тәүәккәллек кәрәк һәр эштә

Тотҡан да фермер хужалығы асып, эшен еңел генә башлағандыр тип уйлаусылар барҙыр бөгөн халыҡ менән уртаҡ тел табып, мал үрсетеү, иген үҫтереүҙә тәжрибә туплаған етәксенең эшмәкәрлеге тураһында.

Ауыл хужалығында эшләгәндәр белә, тармаҡ  сабырлыҡ, ваҡыты менән тиҙ ҡарар ҡабул итеүҙе талап итә, әммә эшеңә илке-һалҡы ҡарашты ғына ғәфү итмәй. Һәр кем һымаҡ төрлө тармаҡта үҙен һынап ҡарай Ғүмәр ағай. Ҡасандыр  алған ташсы һөнәре лә ярап ҡала, ул төҙөгән йорттар бөгөн дә хужаларына хеҙмәт итә. Тракторсы, электрик та. Ниндәй генә ауыр саҡтар осраһа ла, ситкә сығып китеү тураһында уй инеп тә сыҡмай уның башына. Уйҙар солғанышында ҡалғанда ҡулына ҡурай алып кисерештәрен милли ҡорал аша тарата.  Еренә ереккән ошондай ябай ауыл кешеһе өсөн бөгөн дә тыуған яғы, уның тәбиғәте, халҡы икеләтә ҡәҙерле һәм яҡын. Ошо һөйөү, тоғролоҡ  ауылында “Иҫәнов” крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлеген дауам итеү, үҫтереүгә этәргес көс бирә. Был ауылдаштарына эш урыны булдырыу, йәштәрҙе тыуған төйәгендә ҡалдырыу, төбәктең демографик хәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Ике тиҫтә йылға яҡын Ғүмәр Зиннур улы ошо йүнәлештә эшләй. “Атайсал” проекты сиктәрендә ҡарағай паркы ултырталар. Мәктәп, балалар баҡсаһы, биләмәлә уҙған сараларҙа ла спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтә. Район кимәлендә уҙған байрам, махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеүҙә лә Ғүмәр Зиннур улы беренселәр сафында. Үҙе генә түгел, ғаилә ағзалары ла дин юлында. Йәштәр, үҫеп килгән быуын менән Тыуған илгә, төйәккә тоғролоҡ, илһөйәрлек, айыҡ тормош өҫтөнлөгө тураһында әңгәмә үткәрә. Маҡсат-хыялдары изге - Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан бүленгән грантҡа иҫке ферма бинаһы яңыртылып, бөгөн мал үрсетеү, һөт һауыу заманса алымдарға таяна. Малсы һәм һауынсыларға ваҡытында эш хаҡы түләнә, ситтән килгәндәр уңайлыҡтары булған ятаҡта йәшәй.

Редакция хеҙмәткәрҙәре күркәм юбилейы алдынан яҡташыбыҙ Ғүмәр Зиннур улы Иҫәновты ҡотлап, эшендә уңыш, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм рух көсө юллай. Хеҙмәткә арналған ғүмерҙе йәшәлгән йылдар ғына түгел, халҡың мәнфәғәтенә килтергән изгелек тә оҙайтһын.

Фото Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Илһөйәр фермер яҡташтары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙана
Илһөйәр фермер яҡташтары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙана
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: