ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ноябрь 2016, 13:04

Сәләмәт тормош модала

Йыл һайын тәмәкегә ҡаршы көрәш мәсьәләһенә арналған ике дата билдәләнә: 31 майҙа һәм ноябрҙең өсөнсө кесе йомаһында. Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө Халыҡ-ара онкологтар йәмғиәте башланғысы һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ярҙамы менән билдәләнә.

Йыл һайын тәмәкегә ҡаршы көрәш мәсьәләһенә арналған ике дата билдәләнә: 31 майҙа һәм ноябрҙең өсөнсө кесе йомаһында. Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө Халыҡ-ара онкологтар йәмғиәте башланғысы һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ярҙамы менән билдәләнә.



Бер тамсы никотин атты ла үлтерә тигән фекер йәшәй. Ҡайһы бер ғалимдар хатта бер атты ғына түгел, өсәүҙе йығырға мөмкин тип иҫәпләй. Кеше өсөн 50-100 миллиграмм - үлемесле доза. Көнөнә 20-25 тәмәке тартҡан кеше 30 йылда үҙенең үпкәһе аша 150-160 килограмм никотин үткәрә һәм бик аҙ дозала ҡабул иткәне өсөн генә үлмәй ҡала.


Тәмәке төтөнө күп ауырыуға сәбәпсе икәнлеге күптән асыҡланған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәтенән тәмәке тартыу менән бәйле сирҙәрҙән йыл һайын донъяла 4,9 миллион кеше вафат булыуы билдәле. Рәсәйҙә 300-400 мең кеше яҡты донъя менән хушлаша. Үпкә яман шеше тәмәке тартҡандарҙа 20 тапҡырға йышыраҡ осрай. Шулай уҡ тәмәкеселәр тартмағандарға ҡарағанда стенокардия, ашҡаҙан ауырыуҙарынан йышыраҡ яфалана.


Тәмәкеселәрҙең 90 процентын йәштән үк тарта башлағандар тәшкил итә. Америка ғалимдары асыҡлауынса, тап йәштән тарта башлағандар артабан тәмәкене ташлай алмай ыҙалана. Күптәр ташлауы еңел, тип уйлап яңылыша. Никотинға бәйлелектән бик һирәктәр генә арына ала.


Тәмәкегә ҡаршы көрәш бөтә донъяла алып барыла. 140 илдә тәмәке тартыуҙы сикләгән ҡанундар ҡабул ителгән. Ҡайһы бер илдәрҙә тәмәке тартмаған тотош кварталдар барлыҡҡа килде. Тәмәке тартҡандарҙы эшкә алмаған фирмалары булған илдәр ҙә бар.


Тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш Рәсәйҙә лә бара. “Тәмәке тартыуҙы сикләү тураһында” Федераль закон үҙ көсөнә ингәс, һуңғы социология тикшереүҙәр илдә тәмәкеселәр һаны кәмеүен күрһәтте. Мәҫәлән, 13-15 йәшлектәр араһында даими тәмәке тартҡандар һаны 2,5 тапҡырға кәмегән. Закон индерелгәнгә тиклем үҫмерҙәрҙең 27 проценты тарта ине, хәҙер бөтәһе 9 процент. Был күрһәткестәр үҫешкән илдәр кимәленә тура килә.


Тик һуңғы осорҙа электрон тәмәке кеүек яңы тартыу ҡорамалдары барлыҡҡа килеүе хәүеф тыуҙырҙы.


“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, күптән түгел Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев электрон тәмәкене ҡулланыу мәсьәләһен законлы көйләү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Республика парламенты спикеры фекеренсә, был граждандарҙың, тәү сиратта йәш быуындың һулығын һаҡлау өсөн кәрәк.


“Һуңғы осорҙа яңы тартыу ҡоролмалары популярға әйләнде, - ти ул. - Һаулыҡ өсөн зарарлы булыуы – айырым дискуссия темаһы. Ә әлегә уның, тәмәке һымаҡ уҡ, эргә-тирәләге кешеләргә уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуы, электрон тәмәке тартыу тәмәкегә ҡаршы закон менән көйләнмәгәнлеге тураһында әйтәбеҙ. Шуның менән бәйле, уны 18 йәшкә тиклемге балаларға ла һаталар, асыҡтан-асыҡ рекламалайҙар, шулай уҡ уны тартыу урыны тураһында мәсьәлә хәл ителмәгән. Электрон тәмәкене файҙаланыу ҡағиҙәләрен индереү федераль власть органдары ҡарамағында. Шуның менән бәйле, Дәүләт Йыйылышында тиҙҙән тейешле закон инициативаһы өҫтөндә эш алып барыласаҡ.
Читайте нас: