ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Сентябрь 2017, 13:15

Көҙҙөң дә үҙ матурлығы бар - күрә белергә генә кәрәк

Ҡояшлы йылы йәйге көндәр илаҡ көҙгә алмашыныу менән ҡайһы бер кешеләр йыш ҡына күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Көҙгө депрессия ауырыумы, әллә күңел торошо ғынамы? Уның билдәләре, сәбәптәре ниндәй һәм унан сығыу юлы бармы? Бөгөн ошо һорауҙарға үҙәк район дауаханаһы врач-психиатры, психиатрия бүлексәһе мөдире Наталья Каминская яуап бирә.

-Һауа торошондағы үҙгәреш кешенең кәйефенә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Ике миҙгел алмашыныуы, әле генә йылы елдә елберҙәгән япраҡтарҙың һарғайып, ҡойолоуы, ямғыр яуыуы, көндәрҙең ҡыҫҡарыуы - быларҙың бөтәһе лә төрлө кешегә төрлөсә тәьҫир итә. Әгәр ҙә ошо ваҡытта юҡ-барға эсегеҙ бошһа, сәбәпһеҙ илағығыҙ килһә, дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ менән аралашыуҙан ҡасһағыҙ, төндә даими рәүештә йоҡо алмаһа - былар һеҙҙең көҙгө депрессияға дусар булыуығыҙҙы билдәләй. Шулай уҡ күңел төшөнкөлөгө насар кәйеф “битлеге” артына йәшеренә. Әгәр ҙә психик торошто унан айырып дауаланмаған осраҡта, кешенең үҙе лә, уның эргә-тирәһендәгеләр ҙә зыян күрәсәк.
Депрессияла булған кеше, был проблеманан ҡотолоу юлы юҡ тип уйлай. Күңел төшөнкөлөгөнән сығыу юлы һәр ваҡыт бар. Хатта ауыр депрессияла булғандарҙы ла дауалап була. Үрҙә атап кителгән билдәләрҙе үҙегеҙҙә тойһағыҙ, участка терапевына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул һеҙҙең психик торошто билдәләп, неврологҡа йәки психотерапевҡа йүнәлтер.
Статистика буйынса депрессия һәр ун кешелә осрай. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ул ике тапҡырға күберәк күҙәтелә. Был шуның менән аңлатыла: ир-егеттәр күңел торошон эргә-тирәһендәгеләрҙән йәшерә һәм врачҡа һирәгерәк мөрәжәғәт итә. Адреналин күтәреү, кәйефен яҡшыртыу, үҙен эшкә дәртләндереү өсөн йыш ҡына алкоголле эсемлек эсеүгә әүәҫләнә. Шуға күрә айырыуса миҙгелдәр алмашынған мәлдә яҡындарығыҙҙың психик торошона иғтибар итегеҙ, бәлки уға, ысынлап та, невролог йәки психотерапевт ярҙамы кәрәктер.
Көҙгө депрессияны иҫкәртеп буламы тигән һорауға, шулай тип яуап бирер инем: иң беренсе, үҙегеҙҙең туҡланыу рационына иғтибар итегеҙ. Аҡһымға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ, тауыҡ ите, балыҡ, майлы булмаған һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш ашағыҙ. Икенсенән, кәйефегеҙ ниндәй булыуына һәм ямғырға, һыуыҡҡа ҡарамай, көн һайын саф һауала йөрөргә тырышығыҙ. Физик күнегеүҙәр эшләгеҙ, дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ менән аралашығыҙ, яратҡан шөғөлөгөҙҙө тергеҙегеҙ. Быларҙың бөтәһе лә һеҙҙе ауыр уйҙарҙан аралар. Һәм һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ: көҙ - ул йылдың матур бер миҙгеле. Уның да үҙ матурлығы, күркәмлеге бар. Алтынға мансылған япраҡтар, миләш-баландарҙың ҡыҙыл тәлгәштәре – үҙе бер тәбиғәт мөғжизәһе. Шуға күрә һәр көндө ҡыуанып ҡаршы алырға һәм уны изге эштәр менән үткәрергә көйләргә кәрәк үҙебеҙҙе.
Һүрәттә: район дауаханаһы врач-психиатры, психиатрия бүлексәһе мөдире Наталья Каминская.
Автор фотоһы.
Читайте нас: