ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Октябрь 2017, 13:30

Күп нәмә кешенең үҙенә бәйле

Көҙ - уңыш йыйыу ваҡыты ғына түгел, шулай уҡ төрлөсирҙәрҙең таралған осоро ла. Тап ошо ваҡытта хәлһеҙлек, күңел бушлығы, бер нәмәлә эшләге килмәү кеүек бер үк төрлө проблемалар менән врачҡа пациенттар киләбашлай.

Консультация барышында йыш ҡына кәйеф юҡлығы айсбергтың өҫкө яғы ғына, ә төп мәсьәлә тәрәндәрәк булыуын аңлайһың.
Кешенең был торошо көҙгө депрессия тип атала. Уның төп билдәләренә шулай уҡ битарафлыҡ, ғәмһеҙлек инә. Әгәр ҙә дуҫтарығыҙ йәки яҡындарығыҙ: “Ауырыйһыңмы әллә?” - тип һораһалар, тимәк, һеҙ йөҙөгөҙҙө насар контролдә тотаһығыҙ. Кешенең күҙенә тура ҡарай алмаһағыҙ йәки уларҙан тиҙ арыһағыҙ, оҙаҡҡа һуҙмай врачҡа яҙылығыҙ.
Ғәҙәттәгенән күберәк ҡәһүә эсһәгеҙ, уны башҡа ваҡыттағына ҡарағанда татлыраҡ итһәгеҙ йәки даими рәүештә йоҡоға тартһа ла, йоҡлай алмаһағыҙ, иртәнсәк ял итмәй, киреһенсә арып торһағыҙ - быларҙың бөтәһе лә депрессияға дусар булыуығыҙ тураһында һөйләй.
Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ өсөн әүҙем тормош менән йәшәгеҙ. Спорт менән шөғөлләнеү организмда шатлыҡ гормоны бүленеүенә ярҙам итә. Өҫтәүенә спорт залында яңы дуҫтар табырға мөмкин. Барғығыҙ килмәһә лә, үҙегеҙҙе көсләп алып барығыҙ. Алдан спорт кейемдәрен әҙерләп ҡуйығыҙ, мөһим әйберегеҙҙе онотоп ҡуймаҫ өсөн блокнотҡа яҙығыҙ. Кейемегеҙ уңайлы булһын. Был, тимәк, ҡыҫҡа итәк, бейек үксә насар тигәнде аңлатмай. Уларҙа үҙегеҙҙе уңайлы тойһағыҙ - бик яҡшы. Кейем оҡшаһа, кеше үҙен ышаныслыраҡ тоя, әгәр ҙә уңайһыҙ булһа, даими рәүештә тарта-тарта, нервыға тейә башлай.
Өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ билдәләргә өйрәнегеҙ. Хатта ваҡ мәсьәләләрҙә лә. Дөрөҫ барыуығыҙҙы билдәләү өсөн ҙур маҡсаттарҙы бәләкәйерәккә бүлеп ҡарағыҙ. Уға өлгәшеү өсөн ярҙам һорауҙан ҡурҡмағыҙ. Бөтә эште йөкмәп, үҙегеҙҙе ҡорбанға әйләндермәгеҙ.
Ябығыу ниәте менән ашауҙан баш тартыуҙа организмды стресҡа килтерә. Һеҙгә ул кәрәкме? Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға уйлаһағыҙ ҙа ҡапҡылап алыу мөмкинлеген табығыҙ. Был тәңгәлдә диета рецептары бөгөн бик күп. Аҙнаһына бер тапҡыр үҙегеҙҙе берәй тәмле ризыҡ менән һыйлағыҙ, ресторанға, кафеға барығыҙ.
Үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ. Көҙгөләге сағылышығыҙ менән ҡәнәғәт булһағыҙ, үҙегеҙҙе һәр ваҡыт яҡшы тойорһоғоҙ. Үҙен тәрбиәләгән кеше – үҙенең киләсәгенә ышанған кеше, ундайҙар был тормошта үҙ маҡсатына йышыраҡ өлгәшә.
Ғәҙәттә йәй, яҙ айҙарында фатирҙы сағыу туҡыма, һүрәттәр менән биҙәргә кәңәш итәләр. Матур төҫтәрҙе көҙ көнөнә лә ҡалдырығыҙ. Үҙеңә оҡшаған әйберҙәр уратып алһа, йәшәүе күңеллерәк бит.
Стрестарҙан һаҡланыуҙың тағы бер ысулы - фатирҙы, шкафты, сумканы, эш өҫтәлен һәр ваҡыт тәртиптә тотоу. Тәртипһеҙлек башта ығы-зығы уйҙар тыуҙыра.
Ял итеүгә ҙур иғтибар бүлегеҙ. Эштә, өйҙә мәшәҡәтегеҙ иҫәпһеҙ-һанһыҙ булһа ла, ял итергә онотмағыҙ. Яҡын кешеләрегеҙгә шылтыратығыҙ, осрашығыҙ, тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Мохтаждарға ярҙам итегеҙ, ҡылған изгелектәрегеҙ һеҙҙе ауыр уйҙарҙан ҡотолдорор. Изге урындарға, мәсеткә барығыҙ, доға уҡығыҙ - быларҙың бөтәһе лә һеҙҙе күңел төшөнкөлөгөнән һаҡлар.
Мәҙинә Финогентова, үҙәк район дауаханаһы психологы.
Лена Абдрахманова фотоһы.
Читайте нас: