Һаулыҡ - һәр тере организмдың һәм уның бар ағзаларының тулыһынса үҙ функцияларын үтәй алыу торошо, сирҙәр, ауырыуҙар юҡлығы. Һаулыҡты өйрәнеүсе фәндәргә диетология, фармакология, биология, эпидемиология, психология, психофизиология, психиатрия, педиатрия, медицина социологияһы һәм медицина антропологияһы, психогигиена, дефектология һәм башҡа фәндәр инә.
Һау булыр өсөн, һаулығыңды ҡарарға кәрәк, аҙ ғына ауырыһаң да, дауаланыу мотлаҡ. Кисә ауырыным, бөгөн ауырымайым, тиҙәр ҙә оноталар, ауырыуҙың көсәйә барыуын һиҙмәй ҙә ҡалалар.
Ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенең сәбәптәре күп: стресс кисереү, кейенмәй йөрөү, әҙерәк ауырығанға иғтибар итмәүе.
1. Гриптан һәм киҙеүҙән нисек һаҡланырға:
- Ҡулды йыш йыуырға. Был - иң һөҙөмтәле ысул;
- күмәк кеше булған ерҙән ҡайтҡас, ҡулдарҙы йыуыу;
- автобуста, йәки башҡа теләһә ниндәй йәмәғәт транспортында сәйәхәт иткәндән һуң;
- магазин һәм баҙарҙарҙан һуң;
- мәктәптән, эштән ҡайтҡас;
- йәмәғәт бәҙрәфтәре менән файҙаланғандан һуң;
- Тренажер залынан һуң Бигерәк тә мөһим,.
2. Бысраҡ ҡул менән танау, ауыҙға теймәҫкә һәм күҙҙәрҙе һыпырмаҫҡа.
Был осраҡта иң яҡшыһы салфетка йә бактерияларға ҡаршы гель файҙаланыу.
3. Шәхси гигиена һәм башҡа шәхси әйберҙәрҙе алмашмаҫҡа.
- Әлбиттә, теш таҙартҡыс менән алмаштырырға ярамай.
- Сит маникюр ҡайсыһын, ҡырынғыс һәм башҡа әйберҙәрҙе
- Таҫтамал, йыуғыс менән алмашмаҫҡа.
- Сит косметиканы файҙаланмаҫҡа.
4. Гриптан прививка яһарға.
1. Витаминдарға бай аҙыҡ-түлекте күберәк ашарға;
2. Күберәк шыйыҡса эсергә;
3. Йоҡо режимын күҙәтергә;
4. Стресты кәметергә, тимәк, тетрәнеү иммун системаһына йоғонто яһай;
5. Иҫерткес эсемлектәрҙән һәм тәмәкенән баш тартырға.
6. Иммунитетты нығытыу өсөн үләндәр эсергә кәрәк:
- Һарымһаҡ. Инфекцияны организмға үткәрмәй;
- Женьшень. Иммунитетты күтәрә;
- Пробиотиктар. Аш һеңдереүҙе яҡшырта, инфекцияларҙы үлтерә.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ваҡытында дауаланығыҙ, һау булығыҙ, сөнки һаулыҡта - бәхет!