ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Февраль 2018, 17:05

Һаулығыбыҙҙы алдан ҡайғыртайыҡ

Гүзәл Заһиҙуллина: Билдәле булыуынса, йыл һайын граждандарҙың айырым бер категорияһы өсөн диспансеризация үткәрелә. Быйыл был һаулыҡ һаҡлау сараһын нисәнсе йылғылар үтә һәм уны үтеү өсөн врачҡа алдан яҙылырға кәрәкме?
Һорауға яуапты үҙәк район дауаханаһы өлкәндәр поликлиникаһы мөдире Татьяна Холостова яуап бирә:
- Бушлай үткәрелгән комплекслы медицина тикшереүенә быйыл 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1994, 1997 йылдарҙа тыуғандар йәлеп ителә.
Диспансеризация һаулыҡҡа хәүеф янаған факторҙарҙы һәм сирҙәрҙе алдан асыҡлау, уларҙы дауалауҙы ваҡытында башлау йәки күҙәтеүгә алыу маҡсаты менән үткәрелә. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошлораҡ икәнен һәр кем белергә тейеш, сөнки ваҡытында дауаланмаған хроник йәки йоғошло булмаған сирҙәр кешене инвалидлыҡҡа килтерә. Шулай уҡ халыҡтың ваҡытынан алда вафат булыуының төп сәбәбе булып тора.
Был сараны өс йыл аша йыл һайын үтеү мөһим. Унда буйҙың оҙонлоғо, кәүҙә ауырлығы, артериаль баҫым үлсәнә. Ҡандағы глюкоза, холестерин кимәле тикшерелә. Артабан йәш төрөкөмөнә һәм енескә ҡарап, ниндәй тикшереүҙәр үтеү һәм анализдар биреү билдәләнә.
Быйыл район-ҡалала план буйынса 16323 кеше медицина тикшереүенә йәлеп ителергә тейеш. Шуның 1060-ы ғинуарҙа үтте. Диспансеризация үтеү өсөн өлкәндәр поликлиникаһына (211-а бүлмә) мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙ менән паспорт һәм страховка полисы алығыҙ. Медицина тикшереүен үтеү өсөн алдан яҙылырға кәрәкмәй.
Читайте нас: