ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Март 2018, 16:10

Бөтәһе лә халыҡтың сифатлы тормошо өсөн эшләнә

Төҙөкләндереү, үҙгәртеп ҡороу, яңы ҡоролмалар алыу хаҡында ентекле мәғлүмәт үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллиндың сығышында ла бирелде. Ауыл амбулаторияларында, бүлексәләрҙә ремонт үткән. Был йәһәттән быйылға ла етди бурыстар билдәләнгән.

Район-ҡалала медицина ярҙамы күрһәтеү шарттары яҡшыра бара.
Был хаҡта Хакимиәт көндәре сиктәрендә үткән үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков билдәләп үтте.
- Былтыр өлкәндәр поликлиникаһында электрон регистратура эшләй башланы. Кадрҙар мәсьәләһендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде. Үткән йыл үҙәк район дауаханаһына 38 йәш белгес эшкә килде, шуның 17-һе - врач. Халыҡты диспансерлаштырыуға ҙур иғтибар бүленә. Дауахананың матди-техник базаһы нығына, ремонт эштәре үткәрелә, - тине Геннадий Александрович.
Төҙөкләндереү, үҙгәртеп ҡороу, яңы ҡоролмалар алыу хаҡында ентекле мәғлүмәт үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллиндың сығышында ла бирелде. Ауыл амбулаторияларында, бүлексәләрҙә ремонт үткән. Был йәһәттән быйылға ла етди бурыстар билдәләнгән. Балалар поликлиникаһын, йоғошло ауырыуҙар, бала тыуҙырыу бүлексәләрен төҙөкләндереү планлаштырылған. Бынан тыш, автопаркты, медицина ҡорамалдарын яңыртыу, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре - көнүҙәктә.
Үткән йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалғас, йыйылышта ҡатнашыусылар мәғлүмәт-эш төркөмө вәкилдәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Унда башлыса дауахана янында автомобиль ҡуйыу урыны төҙөү, баланы опекаға алыу, ҡаланың ҡайһы бер йорттарында беренсе ҡатта фатирҙарҙың һыуыҡлығы, Туғайлы ҡасабаһына үҙәкләштерелгән һыу торбаһы үткәреү, Беренсе май урамында урынлашҡан йортта һыу йылытыу системаһын яңыртыу, төбәк операторы иҫәбендәге аҡсаны тотоноу кеүек башҡа социаль-көнкүреш проблемалар күтәрелде.
Билдәле булыуынса, районда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты модернизациялау буйынса эш даими алып барыла. Быйыл тағы өс блоклы ҡаҙанлыҡ төҙөү буйынса проект әҙерләнгән, шуның 2-һе - ҡалала, 1-һе - ауылда. “Башҡортостан Республикаһы төбәк операторы” фонды иҫәбенә былтыр 20 күп фатирлы йортта ремонт үткән. Был тәңгәлдә быйылға ла мөһим бурыстар билдәләнгән.
Читайте нас: