ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Март 2018, 18:08

Авитаминоздан нисек дауаланырға һәм һаҡланырға

Иртәнсәк тороуы ҡыйын, хәл юҡ, көнө буйы йоҡо баҫа. Йә теге ер ауыртҡан кеүек, йә быныһы. Авитаминоз (витамин етмәү) башланды, ахырыһы...

Иртәнсәк тороуы ҡыйын, хәл юҡ, көнө буйы йоҡо баҫа. Йә теге ер ауыртҡан кеүек, йә быныһы. Авитаминоз (витамин етмәү) башланды, ахырыһы... Яҙ етә башлау менән бөтә сирҙәребеҙҙе һәм кәйеф юҡлығын авитаминозға япһарабыҙ ҙа ҡуябыҙ шул. Витаминһыҙ оҙон ҡыш ваҡытында ла халыҡ емеш-еләк, йәшелсә йәки дарыухананан витаминдар һатып ала,әлиттә. Нисек кенә булмаһын, ҡыш барыбер организмға ниндәй ҙә булһа витамин етмәй башлай, һәм был гиповитаминозға (етерлек миҡдарҙа витамин ҡабул итмәүҙән барлыҡҡа килгән витамин етешмәүсәнлек) килтерә.
Барлыҡҡа килеү сәбәптәре
Иң таралғаны - аҙыҡ-түлек менән етерлек кимәлдә витаминдар алып етмәүе. Һәр витамин өсөн үҙ нормаһы бар. Мәҫәлән, С витаминын кеше тәүлегенә 70-80 мг, А витаминын 10 мг ҡабул итергә тейеш. Уға ҡарамаҫтан гиповитоминоздың булыуы мөмкин, бының сәбәптәре күп: организм уларҙы ҡабул итә алмай йә, киреһенсә, артығы барлыҡҡа килә. Ашҡаҙан-эсәк сирҙәре, паразиттар менән зарарланыу, дисбактериоз да сәбәп була. Шула уҡ, йөклөлөк, нервы-эмоциональ көсөргәнеш һәм башҡалар ҙа гиповитаминозға алып килә.
Сирҙе нисек асыҡларға?
Әгәр тирегеҙ ҡороп, ярылып торһа, күҙҙәр ҡыҙарып йәшләнһә, һеҙгә А витамины етмәй. Шулай уҡ кеше тиҙ арый башлай, аппетиты юғала. Сәс ҡойола, төҫһөҙләнә, тиҙ һыныусанға әйләнә, ә тырнаҡтар тоноҡлана. В төркөмөндәге витаминдар етмәһә лә, кеше организмы ҙур ҡыйынлыҡ кисерә. Күңел болғаныу, аппетит кәмеү, хәтер насарайыу, стоматит, йоҡо килеү, дерматит, конъюнктивит, эс китеү һәм башҡа бик күп симптомдар буйынса билдәләргә мөмкин. D витамины етмәүе тәү сиратта сабый балаға йоғонто яһай, халыҡта был сир рахит исеме аҫтында билдәле. С витамины етмәүен хәлһеҙлек, тиҙ ҡыҙып барыу, тиренең ҡороуы, теш ҡаҙнаһы ҡанауы, танауҙан ҡан китеү һәм башҡа билдәләрҙән белергә була.
Нисек дауаларға?
Иң мөһим һәм, берҙән-бер дөрөҫ юл - врач менән кәңәшләшеп, бөтә төр витаминдарҙы ла ҡабул итеү. Йә аҙыҡ-түлек аша, йә дарыухананан кәрәкле витаминдар һатып алырға кәңәш ителә.
Читайте нас: